Лека Захария
Лека Захария | ||
алб. Lekë Zaharia | ||
| ||
---|---|---|
1442 йылға тиклем — 1444 | ||
Алдан килеүсе: | Коджа Захария | |
Дауамсы: | Венеция республикаһы | |
Үлгән: | 1444 | |
Нәҫел: | Захария нәҫеле | |
Атаһы: | Коджа Захария | |
Әсәһе: | итальянка Боза | |
Ҡатыны: | Ирена Душмани | |
Балалары: | юҡ |
Лека Захария (1444 йылда үлгән) — Захария нәҫеленән албан феодалы, Сати һәм Даньо хакимы. Коджа Захарияның берҙән-бер улы һәм вариҫы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы Коджа вафат булғандан һуң Лека Захария уның биләмәләрен — Сати һәм Даньо ҡәлғәләрен вариҫ итеп алған. 1444 йылда Лека Захария Ғосман империяһы яғынан агрессияға ҡаршы тороу өсөн албан кенәздәре тарафынан төҙөлгән Лежа лигаһын нигеҙләүселәрҙең береһе булған.
Тарихсы Марин Барлетиға ярашлы, Лека Захария менән Лека Дукаджини араһында 1445 йылда Мамика Кастриоти (Скандербегтың һеңлеһе) һәм Музака Топианың никахлашыу тантанаһы барышында низағ булған. Феодалдар Душмани нәҫеленең вариҫы Ирена Душмани өсөн бәхәсләшкән. Аҙаҡ Ирена Лека Захарияның ҡатыны булып китә. Лежа лигаһының барлыҡ ағзалары йыйылған байрамдарҙың береһендә ике яҡ араһында ҡанлы бәрелеш булған, уның һөҙөмтәһендә Лека Дукаджини ҡаты яраланған. Уны Скандербегтың иң яҡшы юлбашсыларының береһе итальян Врана Конти ҡотҡарған.
1447 йылда Лека Захария үҙенең Даньо замогында үлтерелгән. Уның үлтерелеүендә уның дошман Лека Дукаджини ғәйепләнгән.
Венеция документтары хәбәр итеүенсә, был үлтереүе 1444 йылда булған. Венеция хронисы Стефано Магно буйынса, Лека Захарияны уның вассалы Николай Дукаджини алыш барышында үлтергән. Шулай уҡ Стефано Магно иғлан итеүенсә, Лека Захария үҙенең үлеме алдынан уның биләмәләре Венеция республикаһына күсеүен теләгән.
Лека Захарияның вариҫы ҡалмаған. Уның биләмәләренең үҙәге — Даньо замогы Скандерберг башлығындағы Лежа лигаһына күсергә тейеш булған. Әммә Леканың әсәһе Боза Даньоны венециялыларға тапшырған. Даньоны биләү ике йыл дауам иткән албан-венеция һуғышы башланыу өсөн сәбәп булып торған. Ахырҙа Даньо замогы венециялылар контроле аҫтында ҡалған, улар Скандербегҡа йыл һайын яһаҡ түләй башлаған.
Әҙәиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ostrogorsky, George (1951), Pronija : prilog istoriji feudalizma u Vizantiji i u juznoslovenskim zemljama (in Serbo-Croatian), Belgrade: Serbian Academy of Science and Arts, OCLC 162891544
- Božić, Ivan (1979), Nemirno pomorje XV veka (in Serbian), Beograd: Srpska književna zadruga, OCLC 5845972