Эстәлеккә күсергә

Лексикография

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лексикография
Рәсем
Өйрәнеү объекты лексика
 Лексикография Викимилектә

Лексикогра́фия (бор. грек. λεξικόν [lexikon] «һүҙлек» + γράφω [grapho] «яҙам») — тел ғилеменең һүҙлектәр төҙөү һәм уларҙы өйрәнеү мәсьәләләре менән шөғөлләнгән киҫәге; һүҙҙәрҙең семантик структураһын, үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе, уларҙы аңлатыусы фән.

Ғәмәли лексикография, телде уҡытыуҙы, телде тасуирлауҙы һәм нормалаштырыуҙы, тел-ара аралашыуҙы, телде фәнни өйрәнеүҙе тәьмин итеп, йәмғиәт өсөн әһәмиәтле функциялар башҡара. Лексикография тел тураһындағы бөтә белемдәр тупланмаһын һүҙлектәр аша тапшырыу өсөн иң ҡулай һәм яраҡлы ысулдар табырға тырыша.

Теоретик лексикографияға һүҙлектең макроструктураһын (лексика һайлау, һүҙҙәр исемлегенең күләме һәм характеры, материалды урынлаштырыу принциптары) һәм микроструктураһын (һүҙлек статьяһының төҙөлөшө, һүҙлектәге билдәләмәләрҙең типтары, һүҙ тураһындағы мәғлүмәттең төрлө төрҙәренең нисбәте, тел иллюстрацияларының типтары һ.б. һ.б.) эшләү, һүҙлектәрҙең типологияһын эшләү, лексикография тарихы менән бәйле проблемалар тупланмаһы ҡарай.

Лексикография һүҙҙе уның бөтә үҙсәнлектәре йыйылмаһы менән бирә, шунлыҡтан һүҙлек тел буйынса уникаль һәм алмаштырғыһыҙ әсбап ҡына түгел, ғилми тикшеренеүҙәр өсөн мөһим ҡорал да булып тора. XXI быуаттың тел ғилеме һүҙлектәр аша белемдәрҙең бөтә аспекттарын яҡтыртырға тырыша, шунлыҡтан заманса һүҙлектәрҙә һүҙҙәр генә түгел, һүҙ берәмектәре лә тасуирлау объекты булып тора.

Билдәле лексикографтар — Поллукс, Ш.Дюканж, И.К.Аделунг, И.Г.Вальтер, В. И. Даль.

  • Лексикографик тәртип
  • Щерба Лев Владимирович. Опыт общей теории лексикографии // Языковая система и речевая деятельность / под ред. Л. Р. Зиндер и М. И. Матусевич. — Л.: Наука, 1974. — 428 с. — 5500 экз.
  • История русской лексикографии / отв. ред. Сороколетов Фёдор Павлович; Институт лингвистических исследований РАН. — СПб.: Наука, 2001. — 616 с. — ISBN 5-02-028336-3.
  • Отечественные лексикографы XVIII—XX века / под ред. Г. А. Богатовой. — изд. 2-е, испр. и доп. — М.: Русская панорама, 2011. — 640 с.
  • Современная русская лексикография: Сборник статей / отв. ред. Мызников Сергей Алексеевич, Крылова Ольга Николаевна; рецензенты: д-р филол. наук Бурыкин Алексей Алексеевич, канд. филол. наук Кожевников Александр Юрьевич; Институт лингвистических исследований РАН. — СПб.: Наука, 2010. — 286 с. — ISBN 978-5-02-025273-8. Архивная копия от 27 декабря 2013 на Wayback Machine