В. И. Лениндың Йорт-музейы (Өфө)
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310002000
В. И. Лениндың Йорт-музейы Өфөлә | |
---|---|
В. И. Лениндың Йорт-музейы Өфөлә | |
Урынлашыуы | Өфө, Достоевский урамы, 78-се һанлы йорт |
Сайт | muzei-leninufa.edusite.ru/… |
В. И. Лениндың Йорт-музейы Өфөлә Викимилектә |
В. И. Лениндың Йорт - музейы Өфөлә Киров районының Достоевский урамында урынлашҡан,
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. И. Ленин Өфөлә ике тапҡыр булған — 1900 йылдың февраль һәм июнь айҙарында. Икенсе мәртәбә килгәнендә уның ҡатыны Н. К. Крупская Өфөлә Жандарм (хәҙер Крупская урамы) һәм Төрмә (хәҙер - Достоевский) урамдары киҫелешендә ваҡытлыса файҙалыныуға мезонинлы йорт ала, бында Ленин өс аҙнаға яҡын тороп китә.
Лениндың ошонда булыу хөрмәтенә Өфөлә музей асырға ҡарар сығаралар. Ошо маҡсатта Ленин йәшәгән йорт эргәһендәге ике ҡатлы йорт һайлана. Проект архитекторы Г. Адамович була. Проект 1938 йылдың апреленә әҙер була. Н.К. Крупская күҙәтеүе аҫтында эштәр 1938 - 1941 йылдарҙа алып барыла. Шул ваҡыттағы йыһаҙ тергеҙелә, Крупскаяның талабы буйынса ошонда уҡ Лениндың тормошон һәм революцион эшмәкәрлеген сағылдырған күргәҙмә ойошторола.
Йорт-музейы 1941 йылдың 21 ғинуарында асыла. Өс айҙан музейға килеүселәрҙең һаны 12 мең кешенән артып китә, уны барлығы 87 илдән дүрт миллиондан артыҡ кеше килеп күргән. Музейҙың беренсе директоры - Ш. Ханафин. 1943 йылдан алып, ҡырҡ йыл дауамында, музейға Хаят Әхмәтова етәкселек итте.
1980 йылдар тирәһендә музей тирәләй мемориаль зона ойошторолдо. Музей янында революцияға тиклем булған Өфө өлөшө яңынан тергеҙелде. Бында ҡыҙыл кирбестән йорттар төҙөлдө, суйырташ түшәлгән урамдар һалынды, урам фонарҙары ҡуйылды. Был территория дәүләт һаҡлауы аҫтындағы архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.
Музей комплексы 2002 йылға тиклем ғәмәлдә булды. Ул XIX-XX быуаттар араһында төҙөлгән ысынлап та боронғо биналар менән бер рәттән һүтеп ташланды. Уның урынына 2003-2005 йылдарҙа элиталы торлаҡ комплексы төҙөлдө.
Әммә бик күптәнге бинала музей һаҡланып ҡалған һәм үҙ эшен бөгөнгәсә дауам итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уфимский дом-музей Ленина . Bashkortostan450. Дата обращения: 19 март 2013. Архивировано 9 апрель 2013 года. 2013 йыл 11 апрель архивланған.(урыҫ.). Bashkortostan450. Тәүге сығанаҡтан 2013 йыл 11 апрель архивланған. архивланған 9 апрель 2013. 19 март 2013 тикшерелгән.
- Райля Шаймухаметова. На углу Тюремной и Жандармской... Дом-музей В. И. Ленина г. Уфа. Дата обращения: 19 март 2013. Архивировано 9 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.(урыҫ.). Дом-музей В. И. Ленина г. Уфа. Тәүге сығанаҡтан 2013 йыл 16 апрель архивланған. архивланған 9 апрель 2013. 19 март 2013 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 89-94 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом-музей Ленина В. И. Достоевского улица, 78.