Эстәлеккә күсергә

Ленин һәйкәле (Ҡурған)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 27 октябрь 1967
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡурған
Урын Ҡурған
Жанр паблик-арт[d]
Булдырыусы Егоров, Владимир Егорович[d]
Һүрәтләнгән объект Ленин Владимир Ильич
Архитектор Белянкин, Геннадий Иванович[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список памятников культурного наследия Кургана[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться площадь им. Ленина
Карта
 Ленин һәйкәле Викимилектә

Владимир Ильич Ленин һәйкәле — донъяла беренсе социалистик дәүләткә нигеҙ һалыусы В. И. Ленин һәйкәле. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (№ 073).

Рәсәйҙә, Ҡурған ҡалаһының Ленин майҙанында урынлаштырылған.

Һәйкәл мәрмәр плиткалар менән биҙәлгән бетон постаментҡа ҡуйылған бронза скульптуранан ғибәрәт. Монумент Ленинградтың «Монумент-скульптура» заводында ҡойолған.

Һәйкәлде ҡороуҙа Ҡурған ҡалаһы предприятиелары ҡатнаша. Фундамент өсөн блоктарҙы «Промжелезобетон» заводы бирә; гранитты эшкәртеү өсөн кәрәк булған ҡоросто, таш юныусылар өсөн ҡоралдарҙы «Кургансельмаш» заводы әҙерләй; гранит арматура заводында эшкәртелә, балсыҡтан скульптура «Химмаш» заводында эшләнә.

Һәйкәлдең бейеклеге — 6 метр, постаменты менән бергә — 13,5 метр. Постамент алдына трибуна ҡуйылған, уның алғы яғында Лениндың Советтар Республикаһы тураһында билдәле һүҙҙәре яҙылған: «Беҙҙең Совет социалистик республика халыҡ-ара социализм факелы кеүек һәм бөтә хеҙмәтсәндәр массалары алдында өлгө булып ныҡ торасаҡ» һәм ҡултамға — «В. Ульянов (Ленин)». Өҙөмтә 1918 йылдың 11(24) ғинуарында эшсе, һалдат һәм крәҫтиәндәр депутаттары Советының Өсөнсө Бөтә Рәсәй Съезында һөйләгән «Халыҡ Комиссарҙары Советы эшмәкәрлеге тураһында докладтан» алынған[2].

Скульпторы — Егоров Владимир Егорович (1927—1990), архитекторы — Белянкин Геннадий Иванович (1927—2011).

Монумент 1967 йылдың 27 октябрендә, Совет власының 50-йыллығы көнөндә, 1952 йылда ҡуйылған масштабы буйынса бәләкәйерәк Ленин һәйкәле урынында асыла. Был һәйкәл хәҙер «Ҡытай баҙары» эргәһендә, алдараҡ — «Икар» заводы эргәһендә тора (скульпторы Анатолий Иванович Козырев (1918—1980)). В. И. Ленин һәйкәлен асыу хоҡуғы КПСС өлкә комитетының беренсе секретары Ф. К. Князевҡа, 1917 йылдың октябренән партия ағзаһы, Ҡурғандың почетлы гражданы М. В. Шпановҡа; Советтар Союзы Геройы Ф. В. Елисеевҡа; Социалистик Хеҙмәт Геройы Б. П. Карпешҡа; ҡала башҡарма комитеты рәйесе Г. С. Махаловҡа һәм комсомолка, коммунистик хеҙмәт ударнигы Е. Пшеничниковаға бирелә.