Ленин һәйкәле (1935, Таганрог)
Һәйкәл | |
Ленин һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Ихтилал майҙаны |
Төҙөлгән ваҡыты | 1935 йыл |
Бөгөнгө хәле | 1941 йылда юҡ ителгән |
Ленин һәйкәле — Таганрогта 1935 йылда Ихтилал майҙанында, тимер юл вокзалы бинаһы алдында ҡуйылған күп фигуралы скульптура композицияһы. Скульпторы — Якерсон Давид Аронович. 1941 йылда юҡҡа сыҡҡан.
Һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульпторы — Якерсон Давид Аронович[1]. Һәйкәл броневик фрагменты күренешендә эшләнгән бейек бетон постаменттан һәм унда баҫып торған кешеләр төркөмөнән тора. Уртала — Владимир Ильич Ленин, эргәһендә — һалдат, эшсе һәм эшсе ҡатын фигуралары (ҡатындың фигураһы — революционер М. Питеринаның скульптура портреты)[1]. Ерҙә, монумент алдында, уның ике яғында тағы ла ике скульптура: осоусының һәм танкистың скульптуралары тора[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин һәйкәле 1935 йылда Ихтилал майҙанында, тимер юл вокзалы бинаһы алдында ҡуйылған һәм асылған. 1941 йылдың көҙөндә, Таганрог немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланған осорҙа, һәйкәлде немец власы юҡ итә[3]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа емертелгән һәйкәл урынында йәйге кафе төҙөйҙәр. Әлеге көндә унда «Баттерфиш» балыҡ рестораны урынлашҡан[2].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Киричек М. С. Памятники Ленину // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 540. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- ↑ 2,0 2,1 Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — С. 107. — ISBN 978-5-902450-13-9.
- ↑ Киричек М. С. Восстания площадь // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 266. — ISBN 978-5-88040-064-5.