Липтовски Микулаш (хоккей клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Липтовски Микулаш
Нигеҙләү датаһы 1932
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Дәүләт  Словакия
Лигала уйнай Словакия экстралигаһы[d]
Рәсми сайт mhk32lm.sk


Липтовски Микулаш йәштәр хоккей командаһы 32 хоккей клубы (словак. MHK 32 Liptovský Mikuláš) — профессиональ хоккей клубы. Был клуб Словакияның Липтовски Микулаш ҡалаһы командаһы. Уға нигеҙ 1932 йылда һалынған. Словакия чемпионаттарының 1-се лигаһында сығыш яһай.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда хоккей командаһы булдырыла. 1934 йылдың 13 февралендә команда беренсе матчын уйнай. Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан был команда төбәк чемпионаттарында уйнай. 1945 йылдан алып команда Словакия милли беренселегендә тәнәфестәргә туҡталып тороп уйнай. 70-се йылдарға клубтың сәскә атыуы тура килә. Хоккей командаһы Словакия милли беренселегендә өс тапҡыр чемпион була. 2009—2010 йылдар миҙгелендә команда словак юғары беренсе дивизионынан сығып китә һәм хәҙерге ваҡытта 1-се лигала сығыш яһай. Хоккей клубы төрлө йылдарҙа төрлө исемдәрҙә йөрөй:

  • 1932 — TJ Sokol Liptovský Mikuláš
  • 1939 — HG Liptovský Mikuláš
  • 1942 — ŠK Liptovský Mikuláš
  • 1949 — Sokol Partizán Liptovský Mikuláš
  • 1957 — Iskra Liptovský Mikuláš
  • 1969 — ŠK Liptovský Mikuláš
  • 1975 — Partizán Liptovský Mikuláš
  • 1990 — HK 32 Liptovský Mikuláš
  • 2008 — MHk 32 Liptovský Mikuláš

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Словакия милли беренселеге

  • 1971/72, 1973/74, 1988/89
  • 1969/70, 1970/71, 1972/73, 1992/93
  • 1974/75

Билдәле уйынсылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мартин Цибак
  • Яромир Драган
  • Ян Старши
  • Йергус Бача
  • Моймир Божик
  • Кароль Крижан
  • Ян Лацо
  • Милан Юрчина
  • Ҡаҙағстан Роман Кривомазов

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]