Литва милли яңырыуы
Литва милли яңырыуы |
Литва милли хәрәкәте (тарихнамәлә Литва милли яңырыуы булараҡ билдәле лит. Lietuvių tautinis atgimimas) — литваларҙың милли үҙбилдәләнеш хоҡуҡтары өсөн көрәше. XVIII быуатта Литваның, Речь Посполитаяны бүлгеләү һөҙөмтәһендә, Рәсәй империяһы составына инеүе менән бәйле. Хәҙерге заман литва милләтенең формалашыуына һәм Литваның бойондороҡһоҙлоғона килтерә. Хәрәкәттең иң әүҙем ҡатнашыусылары — Винцас Кудирка, Йонас Басанавичюс һәм башҡалар. Европа романтик милләтселеге, милли-азатлыҡ хәрәкәттәре күтәрелеше литва хәрәкәтенә йоғонто яһай.
Литва теле статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поляк-литва дәүләтселеге һәм милли сығышы оҙайлы осоро һәм Рәсәй империяһының урыҫлаштырыу сәйәсәте арҡаһында өлитва дворяндарының күбеһе XIX быуатта поляклаштырыуға дусар ителә һәм литва теле йәмғиәттең ярлы һәм урта хәлле ҡатламдары тарафынан ғына ҡулланыла , ә урта ҡатламдарҙың бер өлөшө, ҡағиҙә булараҡ, социаль яҡтан алға үтеп инеү маҡсатында поляк телен ҡуллана. Литва теле йәнле һөйләү теле булып ҡала, яҙма, ул яҙма теле булараҡ ҡулланыу өсөн етерлек дәрәжәлә тип һаналмай. Уны ваҡ дворян өлөшө, бигерәк тә Жемайтияла, файҙалана. тел әле стандарҡа һалынмаған була, уның төрлө төбәктәрҙә ныҡ ҡына айырыла, мәҫәлән, аукштайт диалеты жемайтий диалектынан. Хәҙерге Литваның көнсығыш һәм Белоруссияның төньяҡ-көнбайыш территориялары славянлаштырылыуға дусар булыуға күрә, литва теленең ҡулланыу даирәләре кәмей[1], һәм күп кенә кеше поляк йәки белорус теле көндәлек тормошта файҙалана. XIX быуат башында Литва теле күпселек дәрәжәлә литва ауыл райондары менән сикләнә; Литвала берҙән-бер әҙәби литва теле булараҡ файҙаланған өлкә — Пруссия хакимлығы аҫтында булған Кесе Литва. Әммә унда ла немец иммигранттарының күбәйеүе литва телен һәм прус литвалары мәҙәниәтен хәүеф аҫтына ҡуя. Бер нисә фактор милли хәрәкәттең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә: литва теленә ғалим-лингвистар иғтибар итә; Рәсәй империяһындағы 1861 йылда крепостной хоҡуҡты бөтөрөү социаль мобиллеген көсәйтә, литва ауылынан сыҡҡан литва интеллигенцияһы синыфы барлыҡҡа килә. Католик сиркәүҙә кәртәләр алып ташлана, элек улар ябай халыҡҡа ғибәҙәт ваҡытында ҡамасаулай. Литва дин әһелдәре һәм мәхәлләгә килеүселәр араһында тығыҙ бәйләнештәр булдырыла, уларҙы литва телен ҡуллланыу теләге берләштерә[2]. Формалашҡан милли хәрәкәт поляк һәм рәсәй йоғонтоһонан алыҫлашырға тырыш һәм литва телен ҡулланыу әлеге хәрәкәттең мөһим аспекты булараҡ ҡарала[3].
Милли идеяны булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Литва милли мәҙәниәтенең һәм милли оҡшашлыҡтың үҫешеүе литва латиницаһын һәм литва гәзиттәрен тыйыу менән ауырлаша. Был 1863 йылғы ихтилалдан һуң үтәрелгән репрессив сараларҙың береһе булып тора. Шуға ҡарамаҫтан, литва телендә китаптар нәшер итеү Рәсәй империяһынан ситтә дауам итә. Милли хәрәкәтрәсәй империяһы һәм сит ил университеттарында белем алған студенттар һәм йәштәр араһында башлана. Уларҙың күбеһе бай фермерҙар улдары була, һәм, шулай итеп, крәҫтиән ҡатламынан булыусылар поляклаштырыуға бирелмәй ҡалалар. Аушра һәм Варпас литва гәзиттәре баҫтырыла башлай, аҙаҡтан литвателендә шиғырҙар һәм китаптар нәшер ителә. АҠШ-та һәм Көнсығыш Пруссияла сығарылалар һәм йәшертен рәүештә Литваға контрабанда булараҡ индереләләр[4]. Әҫәрҙә Бөйөк Литва кенәзлегенең үткәне данлана, уны күп кенә батырҙары булған бөйөк держава итеп күрһәтелә. Литва милли хәрәкәте менән бер рәттән үҙаллылыҡ өсөн урыҫлаштырыуға һәм Рәсәй йоғонтоһона ҡаршы хәрәкәт башлана. Рәсәй властары сәйәсәте ҡатылана, католик сиркәүҙәренең байтаҡ өлөшө православие ҡорамары итеп үҙгәртелә, литва матбуғатын тыйыу дауам итә. Цензураға ҡарамаҫтан, литваларҙың грамоталылығы арта бара. Рәсәй империяһындағы башҡа халыҡтар менән сағыштырмаса литва грамоталылығы өлөшө иң юғарыларҙан була һәм тик фин, эстон һәм латыштарҙан ғына ҡалыша. XIX быуат аҙағында хәҙерге литва милләте формалаша. Бөйөк Вильнюс сеймында сәйәси талаптар ҡуйыла, литва гәзиттәренең цензураһы 1904 йылда бөтөрөлә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (лит.) Ethnographic map or Vilnius region in the 19th century 2007 йыл 19 апрель архивланған.. Retrieved on 2007-05-02.
- ↑ Christianity in Lithuania 2020 йыл 29 июль архивланған.. Stanley Vardys, Lituanus, Fall 1988.
- ↑ Nationalism in Post-Soviet Lithuania(недоступная ссылка). Terry D. Clark, University of Michigan Press. June 12, 2006. Accessed October 29, 2007.
- ↑ White, James D. The Revolution in the Baltic Provinces // The Russian Revolution of 1905: Centenary Perspectives / Ed. Smele J., Heywood A.. — 2005. — P. 60. — 284 p. — ISBN 0415355680.