Эстәлеккә күсергә

Лорд Байрон исемендәге 20-се мәктәп (Гюмри)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лорд Байрон исемендәге 20-се мәктәп
әрм. Լորդ Բայրոնի անվան թիվ 20 միջնակարգ դպրոց
Нигеҙләү датаһы 1950
Кем хөрмәтенә аталған Байрон Джордж Гордон
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Гюмри[d]
Уҡыусылар һаны 1000
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Гюмри[d], Әрмәнстан
Рәсми асылыу датаһы 1990
Рәсми сайт gyumri20.schoolsite.am
Карта

Лорд Байрон исемендәге 20-се мәктәп (әрм. Լորդ Բայրոնի անվան թիվ 20 միջնակարգ դպրոց) — ҙурлығы буйынса Әрмәнстанда икенсе ҡала Гюмрила белем биреү учреждениеһы. Мәктәп, — 1990 йылда Спитак ер тетрәүенән һуң емерелеп, Британия хөкүмәте һәм йәмғиәте аҡсаһына төҙөлгән уҡыу йорто.

Мәктәп, 1950 йылда төҙөлөп, яҙыусы һәм драматург Габриел Сундукян хөрмәтенә аталған булған. 1988 йылда урындағы ваҡыт буйынса 11:41 сәғәттә Спитак ер тетрәүе ваҡытында мәктәп бинаһы емерелә; емереклектәр аҫтынан 44 уҡытыусы һәм уҡыусының кәүҙәһен сығаралар[1].

1990 йылдың февралендә Гюмри ҡалаһына Бөйөк Британиянан журналистары килә. Улар ер тетрәүҙән һуң ваҡытлы ҡоролмаларҙа урынлашҡан мәктәпкә баралар. Нисек ярҙам итергә тигән һорауға уҡыусылар үҙҙәре өсөн яңы мәктәп төҙөүҙе һорап яуап бирә. Был турала британ хөкүмәте, Бөйөк Британияның әрмән йәмғиәте, "Роллс-Рой компанияһы һәм башҡа ойошмалар белеп ҡала. 19 февралдә улар йыйған аҡсаға бинаның нигеҙе һалына, ә инде шул уҡ йылдың 10 июнендә Бөйөк Британияның премьер-министры Маргарет Тэтчер Советтар Союзына беренсе сәфәрендә тантаналы шарттарҙа тергеҙелгән мәктәпте аса[2]. Британия хөкүмәтенә һәм йәмғиәтенә рәхмәт йөҙөнән 20-се һанлы мәктәпкә шағир лорд Байрон исеме[1] бирелә.

  1. 1,0 1,1 title=Դպրոցի պատմություն| lang=hy| accessdate=2018-11-22
  2. https:www.aravot-ru.am Школа с самым дорогим в Европе зданием находится в Гюмри (ФОТО)