Лямблиоз
Лямблиоз | ||
---|---|---|
Giardia cell, SEM | ||
МКБ-10 | A07.1 | |
МКБ-9 | 007.1 | |
DiseasesDB | 5213 | |
MedlinePlus | 000288 | |
eMedicine | emerg/215 | |
MeSH | D005873 |
Лямблиоз — кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу; эсәк лямблийы йоғоуҙан килгән бер күҙәнәкле микроскопик хайуан[1].
Тыуҙырыусы — иң ябайҙарҙың Lamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл менән йоға (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.). Инкубация осоро 10—15 көн.
Төп симптомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Метеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы, дуоденит, энтерит һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үт бүлеп сығарыу юлдарының шешеүе, мальабсорбция синдромы. Диагностикалауҙа клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз.
Профилактика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауырыуҙарҙы һәм циста йөрөтөүселәрҙе иртәрәк асыҡлап дауалау, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, тирә‑яҡ мөхит объекттарын санитарлы һаҡлау.
Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лямблиоз проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: ашҡаҙан‑эсәк юлы ағзалары ауырыуҙары булған балаларҙа лямблиоз клиник‑лаборатория үҙенсәлектәре өйрәнелә (Р.Ә.Әхмәтова), балаларҙа лямблиоз инвазияһы булғанда, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының хроник үҙенсәлектәре тикшерелә (Г.Т.Туперцева).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Популярная медицинская энциклопедия. М.: «Советская энциклопедия», 1979.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лямблиоз у детей 2014 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.
Лямблиоз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.