Ляонин провинцияһы китапханаһы
Ляонин провинцияһы китапханаһы | |
Адресы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Фонд | |
Фонд йыйынтығы |
китаптар, журналдар, гәзиттәр, рәсми баҫмалар, карталара һәм башҡалар |
Хеҙмәтләндереү | |
Яҙылыу шарттары |
бушлай |
Башҡа мәғлүмәт | |
Бюджет |
мәғлүмәттәр юҡ |
Директор |
Ван Жунго (ҡыт. 王荣国) |
Хеҙмәткәрҙәр |
мәғлүмәттәр юҡ |
- | |
Веб-сайт | |
Ляонин провинцияһы китапханаһы Викимилектә | |
Ляонин провинцияһы китапханаһы (ҡыт. 辽宁省图书馆) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының төньяҡ-көнбайышында иң ҙурҙарының береһе һәм Ляонин провинцияһының иң ҙур китапханаһы. Ляонин провинцияһы китапханаһы провинцияның административ үҙәге Шэньян (Мукден) ҡалаһында Наньта районында урынлашҡан.
Ляонин провинцияһы китапханаһы — провиниция кимәлендә ойошторлған дәүләт учреждениеһы, комплеслы асыҡ китапхана.
Ойоштороу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ляонин провинцияһы китапханаһының ойоштороу тарихы 1947 йылда нигеҙләнгән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Төньяҡ-көнсығыш китапханаһына барып тоташа. Ҡытай Халыҡ Республикаһының Төньяҡ-көнсығыш китапханаһы 1948 йылдың 15 авгусында Хэйлунцзян провинцияһының административ үҙәге Харбин ҡалаһында рәсми рәүештә асыла. 1949 йылда был китапхана Ляонин провинцияһының административ үҙәге Шэньян (Мукден) ҡалаһына күсә.
1955 йылда китапхананың атамаһы Ляонин провинцияһы китапханаһы тип үҙгәртелә. Ҡытай Коммунистар партияһы етәкселегенең ҡарары буйынса ҙур асыҡ китапхана һымаҡ нигеҙләнә.
1989 йылда китапхана яңы бинаға күсә, биналарының һәм ҡоролмаларының дөйөм майҙаны — 33 мең м2.
Хәҙерге торошо һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылдың аҙағынан китапханала реконструкция башлана, ә 1998 йылдың 15 авгусында уҡыусылар өсөн рәсми рәүештә асыла.
Үткән 50 йыл эсендә китапхана даими рәүештә комплекслы асыҡ учреждение һымаҡ үҫешкән. Хәҙерге китапханала 10-дан ашыу телдә 4 миллиондан ашыу том тупланған.
16 дәүләт һәм территориялар менән китапхана-ара алмашыу программаларында ҡатнаша. Китапханала боронғо ҡулъяҙмалар (яҡынса 560 мең) һаҡлана, улар араһынан Сун һәм Юань династиялары дәүеренең баҫмалары (йөҙҙән ашыу том) бигерәк тә ҡиммәте булып тора.
Китапхана Ҡытай Халыҡ Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡанға күрә, бында Цин династияһына ҡараған манчжур документтарының уникаль коллекцияһы йыйылған.
Хеҙмәтләндереү персоналының дөйөм һаны — 260 кеше. Китапхананың махсуслашҡан бүлектәре — Туплау, яҙылыу һәм мөхәрирләү бүлеге, Ҡабул итеү һәм тапшырыу бүлеге, Һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар бүлеге, Периодик баҫмалар бүлеге, Мәғлүмәт һәм консалтинг бүлеге, Электрон баҫмалар һәм интернет үҙәге, Тикшеренеүҙәр бүлеге һәм башҡалар. Бынан башҡа уҡыусыларҙың уңайлылығы өсөн үҙ китап һаҡлау урынын төҙөү буйынса эш дауам итә.
Уҡыу залында урындар һаны — яҡынса 1100. Китапханала барлығы 28 уҡыу залы һәм махсуслаштырылған аудиториялар бар. Көн һайын китапханаға яҡынса 3000 кеше килә.
Һуңғы бер нисә йыл эсендә китапхана коллективының эше даими рәүештә партия комитеты, Ляонин провинцияһы хөкүмәте һәм төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселектәре тарафынан билдәләп үтелә.
Электрон китапхана
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылда Ляонин провинцияһы китапханаһында электрон китапхана төҙөү өҫтөндә эш башлана. Эске селтәр ойоштороу тамамланған, бынан башҡа Чайнанет (Ҡытай интернеты) һәм Интернет селтәрҙәренә, шулай уҡ электрон мәғлүмәт базаларына инеү мөмкинлеге бар. Был китапхананың мәғлүмәти материалдарының бер өлөшөн менән селтәр аша таншырға мөмкинлек бирә.
Эш режимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эш режимы — аҙнаһына ете көн. Һәр шаршамбы һайын көндөҙгө 12 сәғәттән һуң — санитар көн. Һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын төрлө мәҙәни саралар уҙғарыла, мәҫәлән, инглиз телен өйрәнеү буйынса төркөмдәр, балалар өсөн төрлө төркөмдәр һәм башҡалар эшләй.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китапхананың беренсе ҡатында элек Чжан Сюэлян хужа булған йыһаз әйберҙәре экспозицияһы эшләй.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ляонин провинцияһы китапханаһының рәсми сайты (ҡытайса) 2021 йыл 12 май архивланған.
- Ваҡытлы баҫмалар электрон уҡыу залы (ҡытайса) 2018 йыл 1 октябрь архивланған.