Ләләләр ярымутрауы
Иҫтәлекле урын | |
Ләләләр ярымутрауы
Ләләләр ярымутрауы | |
Ростов өлкәһе Орел районындағы ләлә сәскәләре Ростов өлкәһе Орел районындағы ләлә сәскәләре | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Орел ҡасабаһы, Орел районы, Ростов өлкәһе |
Ләләләр ярымутрауы — иҫтәлекле урын, Ростов өлкәһе Орел ҡасабаһында, Маныч йылғаһы үҙәне территорияһында урынлашҡан. Апрелдең икенсе яртыһында ләләләр күпләп сәскә атҡан ваҡыт[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маныч йылғаһы үҙәнендә йыл һайын апрелдең икенсе яртыһында күпләп ләлә сәскә ата, улар араһында Геснер һәм Биберштейн ләләһе, ҡыҙыл Шренка тюльпаны, ике төҫлө аҡ тюльпан бар. Ләлә сәскәләре ҙур майҙанда үҫә, уларҙы туристарға ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күрһәтә ала. Ләләләр ярымутрауы Маныч йылғаһы үҙәне туристик объекттарына ҡарай.
Ҡурсаулыҡ территорияһында ял итеү урындары яһау тыйылған, шуға күрә ҡала халҡы 1911—1960 йылдарҙа нигеҙ һалынған урындағы быуа янында ял итә. Ләлә сәскәләре һөрөлмәгән дала участкаларында үҫә. Ләлә сәскәләренең бөтөүгә табан барыу тенденцияһы бында күҙәтелмәй. Ләләнән тыш йылға үҙәнендә ирис, ҡылған, әрем, донник, татарник, кермек үләндәрен күрергә мөмөкин[2].
Ростов өлкәһенең Орел районында «Воспетая степь» фестивале 2012 йылдан алып үткәрелеп тора. Был сара дала тәбиғәте менән ҡыҙыҡһыныусылар мәнфәғәтендә уҙғарыла. 2015 йылда фестивалгә яҡынса 3 мең ярым кеше килгән. Ундағы туристарҙың сәскә атҡан ләлә сәскәләрен ҡарарға барлыҡ мөмкинселектәре лә булған[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Полуостров тюльпанов» — массовое цветение тюльпанов в Долине Маныча 2017 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ В краю тюльпанов//Донской временник 2017 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ В долине Маныча прошёл фестиваль тюльпанов [ФОТО]