Маврокордато йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Маврокордато йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 101 |
Төҙөлгән ваҡыты | 1830-сы йылдар |
Статус | Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ һәйкәле. |
Маврокордато йорто Викимилектә |
Маврокордато йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы бер ярым ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 301-се ҡарар 18.11.92.
Адрес: Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 101.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы бер ярым ҡатлы, урамға ал яғы менән ҡараған биш тәҙрәле, өҫтө пилястрҙар менән биҙәлгән ярым колонналы ишекле йорт 1830-сы йылдарҙа һалына. Йорт семәрләп һылап эшләнәгән биҙәкле, пилястрлы, зәңгәр төҫкә буялған, ә бәләкәй архитектур биҙәү деталдары аҡ төҫтә.
1870 йылдан алып бинаның хужаһы Таганрог сәүҙәгәре Антон Сарандинаки, һуңынан — грек гражданы Екатерина Михайловна Кальвокореси. 19 йәшлек Екатерина Михайловна 35 йәшлек ире грек Михаил Иванович менән Грек сиркәүендә никахлаша.
ХХ быуат башында йортто грек гражданы Матвей Стоматьевич Маврокордато һатып ала.
Үҙ йортонда хужалар фатир тоталар һәм контораға 1890-сы йылдарҙа бында присяжный поверенный Иван Иванович Корсун йәшәгән, быға тиклем агентур-комиссион контораһы эшҡыуарҙары Стондың һәм Векслерҙың контораһы урынлашҡан. Таганрог кешеһе Пузанов үҙ мебелле бүлмәләрендә еңел холҡло ҡыҙҙарҙы тотҡан.
Совет власы ваҡытында 1925 йылда йорт сауҙагәр М. А. һәм Я. М. Берковичтәрҙең ҡарамағында була.
Хәҙерге ваҡытта приваизациялы күп фатирлы торлаҡ йорт, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог ул. Греческая, 101 2014 йыл 25 март архивланған.