Эстәлеккә күсергә

Магуло йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Магуло йорто
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 70
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың икенсе яртыһы
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы
Тышҡы рәсемдәр
Магуло йорто

Магуло йорто — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Петр урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 2002 йылдың 31 декабрендәге 124-се ҡарар.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 70-се йорт.

ХХ быуат башында коммерческий советник Марк Спиридонович Магуло энеһе менән бергә Петр урамында 46-сы (хәҙер-70) номерлы йорт һалып сығалар. Йорттоң түшәмдәренә италия рәссамдары биҙәктәр төшөрә. 1825 йылда ҡалаға император Александр I килә. Бай гректар уның хөрмәтенә Магуло йортонда кисә ойошторалар. Кисәлә император үҙе лә ҡатнаша.

1872 йылда бинаның беренсе ҡатында буҫтау тауарҙары: трико, драп һ. б. менән сауҙа итәләр. Ағалы-энеле Вукашиновичтар магазинында сит ил шараптары, араҡы һәм 98 процентлы таҙартылған спирт. һатып алырға мөмкин була.

Марк Спиридонович сит илгә икмәк сығарыу менән шөғөлләнә. Магулоның күп һандағы туғандары 1925 йылға тиклем йортҡа хужа булалар. Уларҙың береһе, Виргиния Спиридонова, 1836 йылда тыуған ҡарт ҡыҙ, фәҡирҙәрҙең йәмәғәт бағыусылығы директоры һәм комитет ағзаһы була. 1912 йылдың декабрь айында Виргиния Спиридонова сауҙагәр Герасим Депальдоның дәрүиштәр ҡуналҡаһы йортона иғәнә индергәне өсөн Изге Анна таҫмаһында миҙал менән бүләкләнә. Ярлыларға ярҙамы йәмғиәттә уның тураһында етеш йәшәүсе кеше тигән фекер тыуҙыра, был хәл һуңынан уны һәләк итә. 1918 йылдың 27 ғинуарында Петровская урамы, 46 (70) адресы буйынса урынлашҡан үҙ фатирында кеше талаусылар уны быуып үлтерә. Талаусылар унан ҡиммәтле әйберҙәр һәм аҡса талап итәләр, бер нәмә лә ала алмағас хужаны быуып үлтерәләр. Шунан һуң улар өйҙә бөтә нәмәне аҡтарып сығалар тик шулай ҙа бер ни ҙә тапмайҙар.

Октябрь революцияһы алдынан бинаның беренсе ҡаты магазин итеп бирелә. Н. Мознаимдың универсаль магазинында коньки, «Зингер» фирмаһының яҙыу һәм тегеү машинкалары, граммофондар һ. б тауарҙар менән сауҙа итәләр.

XX быуаттың 20-се йылдарында йорт милли объектҡа үҙгәртелә, унда ғәҙәттән тыш комиссия (ЧК) эшләй, унан һуң бында 8-се Март исемендәге медицина хеҙмәткәрҙәре клубы, «Прибой» гәзите редакцияһы, һәм урындағы «Молот» гәзите бүлексәһе (1926) була. 1930 йылдарҙан алып торлаҡ йорт булды.

Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (2002 йылдың 31 декабрендәге 124-се ҡарар).

  • Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.