Майлыҡоҙоҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майлыҡоҙоҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Майлыҡоҙоҡ (рус. Майлы-козок) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы сабынлыҡ.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабынлыҡ Ҡыуандыҡ районындағы хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Юныс (Ҡасҡын) ауылынан 2 км алыҫлыҡта ятҡан. Билдәле булыуынса, был ауыл Ҡыуандыҡ районы һәм «Медногорск ҡалаһы» муниципаль берәмеге аша аҡҡан Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡороған йылғаһына уң яҡ ярынан ҡойған Ҡасҡынйылға буйында урынлашҡан булған[1][2].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабынлыҡ урынлашҡан төбәктең климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер кимәл. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай — ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына уртаса 150 көн ята[3].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, атама сабынлыҡтағы ҡоҙоҡ исеме буйынса килеп сыҡҡан. Ошо уҡ райондың Башҡалған ҡасабаһында йәшәгән информатор И. С. Туҡтағолов аңлатҡанса, был ҡоҙоҡтоң һыуы бик тәмле, май кеүек булған, шуға Майлыҡоҙоҡ тип атала башлаған да инде[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое иссле­дование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — С. 175. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
  2. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  3. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  4. Майлы-Козок, покос в 2 км от бывшей д. Юнусово. Название дано по роднику. Б ашкирское май — «масло», -лы — афффикс принадлежности, майлы — «маслянистый», козок — «колодец». «Масляный колодец» или «Маслянистый колодец». Информатор И. С. Туктагулов (пос. Башкалган) так пояснил это название: вода в роднике была очень хорошая, вкус — как у маслаСтрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.