Май пирамидаһы
Май пирамидаһы | |
исп. Pirámide de Mayo | |
Нигеҙләү датаһы | 1811 |
---|---|
Дәүләт | Аргентина[1] |
Административ-территориаль берәмек | Буэнос-Айрес[1] |
Урын | площадь Мая[d][1] |
Булдырыусы | Joseph Dubourdieu[d][1], Q111509474?[1] һәм Прилидиано Пуэйрредон[d][1] |
Каталог коды | 495[1] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Бутовая кладка[d][1] |
Һүрәтләнгән объект | ирек[1], глобус Земли[d][1], Герб Аргентины[d][1], география[1] һәм астрономия[1] |
Бейеклеге/буйы | 63 метр |
Май пирамидаһы Викимилектә |
Май пирамидаһы (исп. Pirámida de Mayo) — Аргентина баш ҡалаһы Буэнос-Айрестың үҙәк майҙанына ҡуйылған монумент. Аргентинаның тәүге патриотик һәйкәле. Буэнос-Айрес ҡалаһындағы иң әүәлге милли һәйкәл. 1811 йылда Май революцияһы йыллығы айҡанлы ҡуйыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1811 йылдың мартында Гранде Хунтаһы ҡабул иткән ҡарар 1811 йылдың 25 майында Май революцияһының беренсе йыллығын байрам ителәсәген хәбәр итә һәм ҡала советынан был байрамды ойоштороуҙы үтенә. Ҡала советы 1811 йылдың 5 апрелендә байрам саралары программаһын ҡабул итә, улар араһында 1811 йылдың 25 май иҫтәлекле датаһына бағышланған колонна ултыртыу ҡарала. Тарихта колонна өсөн ниңә обелиск формаһы һайланғаны тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә архитектор пирамида формаһын һайлаған. Май майҙаны ике квадратҡа бүленә: Каса Росада эргәһендәге беренсеһе — Плазолета дель Фуэрте тип атала, ә икенсеһенә Пласа-де-ла-Виктория тигән атама бирелә, уның ҡап уртаһына Май Пирамидаһы ултыртыла.
Һәйкәлде һалыуҙа Вальядолидтан килгән профессор Дон Хуан Гаспар Эрнандес та ҡатнашһа ла, уның авторы тип Педро Висенте Канете таныла. Беренсе һәйкәлде ағастан ҡуйырға планлаштырһалар ҙа, уны кирбестән төҙөйҙәр. 1811 йылдың 25 майында һәйкәл асыла, ә эштәр бер нисә көндән генә бөтөрөлә, сөнки Канете билдәләнгән мөҙҙәткә тамамлап өлгөрмәй. Пирамиданың төбөнә Аргентина армияһы ғәскәри частарының флагтары урынлаштырыла, улар иҫәбендә Буэнос-Айрес гарнизонының гусарҙары һәм гренадерҙары була. Пирамида һәм майҙан яҡшы итеп яҡтыртыла. Бының өсөн 1141 шәм ҡуйыла. Байрам дүрт көн бара, бейеүҙәр, уйындар ойошторола.
Канете пирамидаһының һыҙымдары табылмаһа ла, тикшеренеүселәр уның эсе ҡыуыш булғандыр тип фараз итә, сөнки ваҡыт тар булғанлыҡтан эсе тултырылған пирамида һалыуҙары икеле. Пирамиданың бейеклеге 13 метр самаһы була (пьедесталы менән бергә 15 метр). Пьедесталы ябай була, дүрт плита менән биҙәлеп, рәшәткә менән кәртәләп алына. Рәшәткә әйләнәһенә ун ике кесе бағана ултыртыла, уларға фонарҙар ҡуйыла. Милли байрамдар ваҡытында һәйкәлде таҫмалар, серпантин, ҡағыҙ фонариктар һәм башҡалар менән биҙәгәндәр.
1826 йылда президент Бернардино Ривадавия Май революцияһы патриоттарына бик матур бронза фонтанлы һәйкәл ҡуйҙырып, уға: «Аргентина Республикаһынан 1810 йыл 25 май революцияһы патриоттарына» тигән яҙыу беркеттерергә планлаштыра. Шунан Май Пирамидаһын һүтергә-юҡмы тигән мәсьәлә ҡарала. Ривадавияның 1827 йылда отставкаға китеүе арҡаһында, ә закон Конгресс тарафынан раҫланһа ла, проект тормошҡа ашмай. 1834 йылда һәйкәлдең хәле насар була, постаментында аҡтарылған урындар була, рәшәткәһе тутыға. Хөкүмәт ташсы Хуан Сиддерс менән тимерсе Роберт М. Гоуҙы һәйкәлде ремонтлау өсөн яллай. Ремонт киләһе йылдың ғинуарында тамамлана, бынан ике ай элек Хуан Мануэль де Росас губернатор ителә. 1852 йылда бер туған Хуанеттар шәмдәр урынына газ яҡтыртҡыстары ҡуя. 1854 йылдың 23 майынан Буэнос-Айрес штатының Конституцияһын ҡабул итеү айҡанлы, һәйкәлдә ошо ваҡиғаға арналған яҙмалар һәм таштан эшләнгән сәскәләр ҡуйыла.
Яңы пирамида
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1856 йылдың майында пирамида ташландыҡ хәлгә килә. Быға тиклем 3 апрелдә Буэнос-Айрестың ҡала советы һәйкәлде ремонтлау тураһында ҡарар сығара. Доминго Фаустино Сармьенто, Фелипе Ботет һәм Исаак Фернандес Бланко составында төҙөлгән комиссия рәссам һәм архитектор Прилидиано Пуэйрредонға һәйкәлде үҙгәртергә ҡуша. Уның ҡиәфәтен нығыраҡ художестволы һәм мөһабәт итеү маҡсаты менән проект эшләнә. Проект ҡабул ителә һәм һәйкәл беренсе вариантына ҡарағанда бейегерәккә әүерелә. Обелискының осона фригий ҡалпағы кейҙерелгән Азатлыҡ аллегорияһы ҡуйыла, уны француз скульпторы Жозеф Дюбурдье эшләй, был Аллегория хәҙер Аргентинаның милли кәүҙәләнеше булып тора. Статуяның бейеклеге 3,6 метр була. Дюбурдье шулай уҡ символик Сәнәғәт, Сауҙа, Фән һәм Сәнғәт образдарын да эшләй, улар пьедесталдың мөйөштәренә урынлаштырыла.
Һәйкәлдең Аргентина Президенты Резиденцияһы Каса Росадаға ҡараған көнсығыш яғына алтын ҡояш өҫтәлә, ә ҡалған яҡтарына лавр веноктарынан барельефтар ҡуйыла. Пьедесталдың яҡтарына Аргентина гербы ҡуйыла. Һәйкәл тирәләй газ яҡтыртҡыстары ултыртыла. Эш 1856 йылдың 27 апреленә тамамлана. 1859 йылда Пирамиданың тышындағы штукатурка мәрмәргә алмаштырыла.
1860 йылдың 21 октябрендә һәйкәл Бартоломе Митре етәкселегендәге Буэнос-Айрес провинцияһы властары тарафынан Аргентина Конституцияһына төҙәтеүҙәр индереүеҙең шаһиты була. Ҡалаға килеп, һәйкәлде күреүселәр уның тураһында төрлө фекер белдерә:
Площадь Виктории, со своей статуей Свободы с высоким пьедесталом, была самой великолепной частью города; эти впечатления от посещения города Бартон написал в своём дневнике, что контрастировало с покосившимися домами и всем что находилось вокруг площади было маленьким, бедным и уродливым[2] |
1859 йылда, реконструкция барышында ҡулланылған гипс ваҡыт һынауын үтә алмағанлыҡтан, һәйкәлдең нигеҙе мәрмәр менән көпләнә. 1873 йылда статуялар бик ныҡ иҫкерә, шунлыҡтан һүтеп алына ла улар урынына каррар мәрмәренән яңылар ҡуйыла (География, Астрономия, Диңгеҙселек һәм Сәнәғәт һындары), быға тиклем улар Сан-Мартин урамындағы «Banco Provincia» бинаһының беренсе ҡатында торған була. Майҙанда улар 1912 йылға тиклем тора, шунан ҡабат алына. 1972 йылдың 6 октябрендә статуялар Сан-Франциско майҙанында, Дефенс менән Альсин юлдары киҫелешендә, пирамиданың әлеге урынынан 150 метрҙа ҡуйыла. 2017 йылдың июлендә, һәйкәлде реставрациялағанда, улар ҡабат пирамида эргәһенә ҡайтарыла. 1883 йылда, мэр Торкуато де Альвеар етәкселегендә, Май майҙанында реконструкция башлана. Мэр фекеренсә, һәйкәлде һүтеп, уның урынына мөһәбәтерәк итеп яңыны ҡуйыу талап ителә, шунлыҡтан ул ҡала советынан ошондай проектты тормошҡа ашырыуға рөхсәт һорай. Шулай уҡ абруйлы ватандаштары: элекке президенттар Бартоломе Митре; Доминго Ф. Сармьенто һәм Николас Авельянеда; Висенте Ф. Лопес; Андрес Лама; элекке полиция начальнигы һәм муниципалитет башлығы Мигель Эстевес Сеги; Анджел Джастиниано Карранса, Мануэль Рикардо Треллес һәм Хосе Мануэль Эстрада менән кәңәшләшә. Мәҫәлән, Митре былай ти: «әгәр был һәйкәл барлыҡҡа килгәндәге ауыр ябайлығында торһа, уны һаҡлап ҡалыу һәм тәүге ҡиәфәтендә һаҡлау кәрәклеге шикһеҙ». Сармьенто һәйкәлде тәүге ҡиәфәтенә ҡайтарыу фекерен кире ҡаға. Доктор Николас Авельянеда ла беренсел күренешкә ҡайтарыу яҡлы була.
Фекерҙәр айырымлығы ла, журналистарҙың ҡаршылығы ла көслө була, шунлыҡтан ҡала советы һәм Альвеар яңылыҡ индермәҫкә хәл итә. Ләкин 25 октябрҙә Мили конгресс «хәстрүш һәйкәлде» һүтергә һәм уның урынына «күркәм бронза фонтан» ҡуйырға ҡарар сығара, әммә был инициатива ла тормошҡа ашмай ҡала.
Үҙгәртеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Аргентиналағы Май революцияһының йөҙ йыллығын байрам итер алдынан, күп проекттар араһында мөһабәт «1810 йылғы революция һәйкәле» проекты була, унда Май пирамидаһын күсереү идеяһы тәҡдим ителә. Халыҡ-ара конкурс иғлан ителеп, унда итальян скульпторы еңә. Һәйкәл Май майҙанының уртаһында торорға тейеш була, ошо маҡсатта Ансельмо Боррела етәкселегендәге эш башлана.
Ҡаланың тарихи советы (Милли тарих академияһының элгәре), анализ яһай, ул тәүге пирамиданың 1857 йылға бик ныҡ үҙгәртелгәнен раҫлай. Беренсенән, үрҙә әйтелгәнсә, һәйкәлде уратҡан мәрмәр статуялар алып ташланырға тейеш була.
1912 йылда һәйкәл һиҙелерлек үҙгәртелә, ҙурыраҡ обелиск төҙөү планы арҡаһында, баштағы урынынан 63 метрға көнсығышҡараҡ күсерелә. Эш барышында күсергәндә зыянланмаһын өсөн һәйкәл ағас көп эсенә ултыртыла. Аралары 4 метрлы ике рельс һалына, улар 225 тонна күтәрә алырға тейеш була. Көплө һәйкәл тәгәрмәстәргә күсерелә, кран ярҙамында хәрәкәткә килтерелә. Шулай итеп, аҙымлап тигәндәй көплө һәйкәл 1912 йылдың 12 ноябренән 20-һенә тиклемге аралыҡта икенсе ергә күсереп ҡуйыла. Әммә тағы бер һәйкәл ҡороу проекты тормошҡа ашмай ҡала, сәбәптәрҙең береһе Беренсе донъя һуғышы башланыу булһа, икенсеһе уны күсрееүгә көслө ҡаршылыҡ була. Ҡаршыларҙың талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн 1915 йылда көп һалдырыла.
Һәйкәлдең тарихи ҡиәфәтен тергеҙеү фекере лә хуплау тапмай.
120.412-се декрет (21.05.1942) менән Май пирамидаһы милли тарихи ҡомартҡы тип иғлан ителә
1976 йылда һәйкәлдең постаментына Аргентинаның бөтә провинцияларынан тупраҡ килтереп һалалар.
Пирамиданың дөйөм бейеклеге — 18,76 м.
Пирамида һәм ғәйеп булғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Милли үҙгәртеп ҡороу процесы» (1976—1983) тип йөрөтөлгән хәрби диктатура ваҡытында Май майҙаны Әсәләре һәм Май майҙаны Өләсәйҙәре аҡ яулыҡ бөркәнеп пирамида тирәләй үтәләр һәм шуның аша туғандарының, шул иҫәптән 500-ләп балаһының, ҡулға алыныуына, ғәйеп булыуына ҡаршы протест белдерәләр.[3]
2005 йылдың 10 мартында Буэнос-Айрес автономиялы ҡалаһының Закондар сығарыу йыйылышы 1653-сө законды ҡабул итә, ул Май пирамидаһы эргәһендәге майҙанды «тарихи мираҫ» тип иғлан итә. Әлеге ваҡытта был арауыҡ, хәрби диктатура ваҡытында юғалғандарҙың әсәләре йыйылыуын хәтерләтеп, стилләштерелгән формала буялаған.
Шул уҡ йылдың 8 декабрендә, туғандарының үтенесе буйынса, ғәйеп булған Азусена Виллафлора хөрмәтенә Май майҙаны Әсәләре протест башлаған урында Май пирамидаһына көл һибелә .[4] 2007 йылдың 18 сентябрендә Май майҙанына элекке полиция башлығына ҡаршы сыҡҡандан һуң Хорхе Хулио Лопестың юғалыу ваҡиғаһының йыллығын билдәләргә йыйылғанда һәйкәл төбөнә Азусена Виллафлор хөрмәтенә эшләп ҡуйылған алтаҡта эргәһенә ZANON заводы эшселәренең дүрт плакаты урынлаштырыла
Реставрация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың майында Уффици реставрация оҫтаханаһының шәхси инициативаһы буйынса Хосе Мастранджело етәкселегендәге һигеҙ кешелек төркөм Май революцияһының ике йөҙ йылығы алдынан Май пирамидаһын өлөшләтә тергеҙә. Кителгән урындар ямала, тутыҡ йыуыла[5]. 2017 йыл башынан, 1856 йыл инаугурацияһының йыллығы алдынан, тотош һәйкәлде яңыртыу эше башлана. Уға Буэнос-Айрес автономиялы ҡалаһы хөкүмәтенең Музейҙар һәм тарихи мираҫ буйынса генераль директоры етәкселек итә. 1912 йылда алып ташланған статуялар кире ҡайтарыла, һәйкәл өҫтөндәге Азатлыҡ статуяһы реставрациялана. Уға алюминдән эшләнгән һөңгө осо өҫтәлә: төп нөсхә тимерҙән була, шунан ул юғала һәм ағасҡа алмаштырылған була. Мәрмәр постамент тәртипкә килтерелә.
Күсермәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ла-Пунта (San Luis) ҡалаһында Май пирамидаһының теүәл күсермәһе тора[6].
Буэнос-Айрес провинцияһы Кампана ҡалаһының мэрияһы ҡаршыһындағы Эдуардо Коста майҙанында 1960 йылдың 25 майында Аргентина милләтенең ярты быуатлыҡ юбилейы айҡанлы Май пирамидаһының күсермәһе ҡуйыла. Һәйкәл ул саҡтағы ҡала мэры Деллепиан үтенесе буйынса төҙөлә һәм Адольфо Марк әфәнде тарафынан бүләк ителә[7].
Вифлеем де Эскобар ҡалаһының Сан-Мартин мйҙанында Май пирамидаһының тағы бер күсермәһе бар. Ул тимер менән цементтан төҙөлгән.[8] 1961 йылда һәйкәл асылған көндө уның эсенә 100 йыл һаҡланырға тейешле хаттар һалынған ҡумта ҡуйыла, ул 2061 йылда асылырға тейеш.
Сан-Хосе-де-Майо (Уругвай Республикаһы) ҡалаһында Май пирамидаһының күсермәһе ҡуйылған. Был ҡалала беренсе пирамида асылғанда наградланған капитан Мануэль Артигас ошо урында 1811 йылдың 25 апрелендә һуғышҡанда алынған йәрәхәттәрҙән үлеп ҡалған. Пирамида 25 май урамы менән Мануэль Родригес урамы сатында тора.
Италияла Потенца-Пичена коммунаһында ла күсермә бар, уны итальян иммигранттары Аргентинанан Италияға әйләнеп ҡайтҡас ҡуйған[9] [10].
Тағы бер күсермә Энтре-Риос провинцияһындағы Вилла Элиса ҡалаһында, «Пасео-де-ла-Democracia», ағас пирамиданың теүәл күсермәһе булып тора, уны ағас оҫтаһы Адриан Кабрера эшләгән. Һәйкәл 2017 йылдың 24 мартында Хәтер, хәҡиҡәт һәм юстиция милли көнөн байрам итеү уңайынан ҡуйылған[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Monumentos de la Ciudad de Buenos Aires en plazas o paseos (исп.) — 2021.
- ↑ D´Agostino; García de Rebok; Asato y López. Imagen de Buenos Aires a través de los viajeros, 1870-1910, Buenos Aires, UBA, Colección del IV Centenario de Buenos Aires, 1981, p 28.
- ↑ Hace 30 años las Madres daban su primera ronda en la Plaza . Архивировано 14 октябрь 2008 года. 2008 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Las cenizas de Azucena, junto a la Pirámide .
- ↑ Una patriada en la pirámide .
- ↑ sanluis.gov.ar . Дата обращения: 30 июль 2017. Архивировано 30 июль 2017 года.
- ↑ El HCD Campana homenajeó al creador de la réplica de la Pirámide de Mayo .
- ↑ Plaza General San Martín . Дата обращения: 28 апрель 2010. Архивировано 5 октябрь 2011 года. 2011 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ La PIRAMIDE DE MAYO de Potenza Picena .
- ↑ “Piramide de mayo” 16 Luglio 1967 – 16 Luglio 2007 .
- ↑ Inauguraron una réplica de la "Pirámide de Mayo" en Villa Elisa .