Төньяҡ Македония һәм Европа берләшмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төньяҡ Македония һәм Европа берләшмәһе
Дәүләт Flag of North Macedonia.svg Төньяҡ Македония
Урынлашыу картаһы

Төньяҡ Македония Республикаһы Европа берләшмәһенә инеүгә 2005 йылдан алып дәғүә итә, әммә һөйләшеүҙәр һаман башланмаған. Македония Республикаһы унда инеү тураһында ғаризаны 2004 йылда, Югославиянан бойондороҡһоҙ булыуына ун өс йыл үткәс, бирә. 2014 йылдың июненә Македония Республикаһы Албания, Исландия, Черногория, Сербия һәм Төркиә менән бергә алты кандидат илдең береһе булып тора. Ағза итеп алыныуға айырыуса Грецияның көслө ҡаршылыҡ күрһәтеүе кәртә булып тора. Европа берләшмәһе илде рәсми рәүештә «Элекке югослав Македония Республикаһы» тигән ваҡытлы исем менән атап йөрөтә, ә уның Конституция менән раҫланған «Македония Республикаһы» тигән атамаһын ҡулланмай. Македония менән Болгария араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә проблемалы: Болгария македондарҙы айырым этник төркөм итеп танымай. Европа берләшмәһенә инеү ил хөкүмәте өсөн стратегик өҫтөнлөк итеп билдәләнгән. Әлеге ваҡытта берләшмәгә инеү «уртаса оҙаҡ мөҙҙәтле» перспектива тип тасуирлана.

Илдең Европа берләшмәһенә инеү кампанияһының девизы ― «ҡояш ― шул уҡ йондоҙ ул»: бында Македония Республикаһы флагына төшөрөлгән ҡояш күҙҙә тотола. Европа берләшмәһендәге илдәрҙең йондоҙҙары араһындағы шул уҡ ҡояш ― кампанияның рәсми логотибы.

Виза режимын либералләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылдың 1 ғинуарында Македония менән Европа берләшмәһе араһында виза режимын йомшартыу көсөнә инә[1]. Македония Европа берләшмәһе менән виза режимын либералләштереү тураһындағы диалогты шул уҡ йылдың февралендә башлай һәм 2009 йылдың 19 декабрендә визаһыҙ режимлы илдәр исемлегенә индерелә, шулай итеп, биометрик паспортлы Македония Республикаһы граждандары Шенген зонаһына, Болгарияға, Кипрға һәм Румынияға визаһыҙ инеү мөмкинлеген ала.

Һөйләшеүҙәр барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Acquis communautaire
Европа берләшмәһенең тәүге баһаһы Әлеге мәлгә[2]
1. Тауарҙарҙы ирекле ташыу Ғәмәлгә ашырыу бик ҡатмарлы Һүлпән әҙерләнгән
2. Эшсе көстөң ирекле хәрәкәте Реформалар талап ителә Әҙерлектең тәүге стадияһы
3. Хеҙмәттәр булдырыу һәм күрһәтеү ирке Реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
4. Капиталдарҙың ирекле хәрәкәте Реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
5. Дәүләт һатыу-һатып-алыуҙары Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
6. Корпоратив хоҡуҡ Етди реформалар талап ителә Һәйбәт кимәлле әҙерлек
7. Интеллектуаль милеккә хоҡуҡ Ғәмәлгә ашырыу бик ҡатмарлы Һүлпән әҙерләнгән
8. Конкурентлыҡ сәйәсәте Ғәмәлгә ашырыу бик ҡатмарлы Һүлпән әҙерләнгән
9. Финанс хеҙмәттәре Реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
10. Мәғлүмәт йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары Етди реформалар талап ителә Һәйбәт кимәлле әҙерлек
11. Ауыл хужалығы һәм ауыл территорияларының үҫеше Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
12. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, ветеринария һәм фитосанитар сәйәсәт Етди реформалар талап ителә
Әҙерлек бер аҙ бар
13. Балыҡсылыҡ тармағы Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
14. Транспорт сәйәсәте Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
15. Энергетика Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
16. Һалымдар Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
17. Иҡтисади һәм монетар сәйәсәт Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
18. Статистика Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
19. Социаль сәйәсәт һәм мәшғүллек Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
20. Сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
21. Трансъевропа селтәрҙәре Етди проблемалар юҡ Һәйбәт кимәлле әҙерлек
22. Төбәк сәйәсәте һәм структур инструменттарҙы көйләү Етди реформалар талап ителә
Һүлпән әҙерләнгән
23. Суд һәм төп хоҡуҡтар Етди реформалар талап ителә Әҙерлек бер аҙ бар
24. Суд эшмәкәрлеге, ирек һәм хәүефһеҙлек Етди реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
25. Фән һәм тикшеренеүҙәр Етди проблемалар юҡ Һәйбәт кимәлле әҙерлек
26. Мәғариф һәм мәҙәниәт Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
27.Тирә-яҡ мөхит һәм климаттың үҙгәреүе Европа берләшмәһе хоҡуҡиәте менән бөтөнләй һыйышмай Әҙерлек бер аҙ бар
28. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау Реформалар талап ителә Һүлпән әҙерләнгән
29. Таможня союзы Етди реформалар талап ителә Һәйбәт кимәлле әҙерлек
30. Тышҡы бәйләнештәр Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
31. Сит ил сәйәсәте, оборона һәм именлек сәйәсәте Етди проблемалар юҡ Һүлпән әҙерләнгән
32. Финанс контроле Ғәмәлгә ашырыу бик ҡатмарлы ҡатмарлы Һүлпән әҙерләнгән
33. Бюджет мәсьәләләре Етди проблемалар юҡ Әҙерлектең тәүге стадияһы
34. Институттар Юҡ -
35. Башҡа мәсьәләләр Юҡ -
Прогресс 33-тән 0 33-тән 0

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]