Максимов Александр Анатольевич
| Максимов Александр Анатольевич | |
| рус. Александр Анатольевич Максимов | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Патронимы йәки матронимы | Анатольевич[d] |
| Тыуған көнө | 12 октябрь 1974 (51 йәш) |
| Тыуған урыны | Александров[d], Владимир өлкәһе, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | сәйәсмән |
| Эшмәкәрлек төрө | Сәйәсәт |
| Уҡыу йорто | Владимир дәүләт университеты[d] |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Максимов Александр Анатольевич (12 октябрь,1974 йыл, Александров) — Владимир ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Григорьевич Максимов 1974 йылдың 12 октябрендә Владимир өлкәһенең Александров ҡалаһында дәүләт хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған.
Владимир ҡалаһының 25-се мәктәбен тамамлай. 1992 йылда ул Владимир ҡалаһының политехник институтына уҡырға инә.
1997 йылда, университетты тамамлағандан һуң, Владимир ҡалаһында тәүге туристик фирма — «ВладимирТур» төҙөй һәм етәкләй. Компанияның төп йүнәлеше — «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» ҡала туристик маршруттары буйынса эш.
2014 — 2015 йылдарҙа Владимир ҡалаһының Халыҡ депутаттарының Совет депутаты итеп һайлана.
2015 — 2019 йылдарҙа Владимир ҡалаһы Ленин районы башлығы.
2019 йылдан — Владимир ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән; улы бар.