Эстәлеккә күсергә

Железняк Максим Иевлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Максим Зализняк битенән йүнәлтелде)
Максим Железняк
пол. Maksym Żeleźniak

укр. Максим Залiзняк

Эшмәкәрлеге:

хәрби хеҙмәте

Тыуған датаһы:

билдәле булмаған

Подданство:

Россия империяһы  

Үлем датаһы:

1775

Вафат урыны:

Нерчинск

Максим Зализняк Викикеләттә булғаны

Железняк Максим Иевлевич (Максим Железняк (Зализняк) (пол. Maksym Żeleźniak, укр. Максим Залізняк Максим Залiзняк) — Днепрҙың уң яры Украина ерендә 1768 йылдағы поляк шляхтаһына ҡаршы алып барылған Крәҫтиәндәр ихтилалы — Колиивщина осорондағы гайдамактар көрәшенең етәксеһе.

Днепрҙың уң яры Украинаһында Бар конфедераттарының православ диненә ҡараған украин халҡының, йәберләүҙәренә сыҙай алмай, тулҡынланыуын күргән Запорожье казагы, монах санын ҡабул итергә йөрөгән еренән, был хәрәкәткә ҡушыла.

Ихтилал осоронда Запорожье ғәскәре йөмһүриәте — үҙ аллы украин дәүләтенең гетманы тип иғлан ителә.

Киевтағы һәйкәле

Железняк, үҙен Запорожье полковнигы тип атап, халыҡҡа саҡырыу ташлай һәм халыҡ ихтилалы байрағын күтәреүгә өлгәшә. Был хәрәкәттең йүнәлешен билдәләүҙә Рәсәй батшабикәһе Екатерина II поляктарҙы һәм еврейҙарҙы үлтерергә кәрәк тигән грамотаһы барлығы тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәр кире роль уйнай. 1768 йылдың апрелендә Железняк Мотронин урманынан сығып, Уманға килә, шунда поляк һәм еврейҙарҙы ҡыра.

Иң ҡанлы бәрелештәр Уманда була. Умань алдынан Железнякты Франциск Потоцкий воеводаһының Железняк яғына сыҡҡан йөҙ башы Иван Һонта етәкләгән казактарҙың һарай командаһы ҡаршылай. Уманды алғандан һуң (унда ҡайһы бер поляк мемуаристары яҙғанса, 20 мең поляк паны һәм еврейҙар һәләк булған), Зализняк һетманщинаны тергеҙеүҙе иғлан итә, ә Баш күтәреүселәр Радаһы уны һетман тип атай. Тиҙҙән генерал Михаил Кречетников тарафынан ебәрелгән полковник Гурьев хәйләле юл менән Железнякты һәм Һонтаны ҡулға ала.

рус подданныйы булараҡ, Максим Железняк та, Иван Һонта ла поляктарға тапшырылмай, ә рус хакимиәте ҡулында ҡалдырыла. 1768 йылдың 8 июлендә ул һәм уның рус подданныйы һаналған 73 көрәштәше Киев-Печорск ҡәлғәһенә ябыла, ә ай аҙағында Киев губерна канцелярияһының уны хөкүм итеү тураһындағы күрһәтмәһе сыға. Суд Максим Железнякты һәм уның көрәштәштәрен ҡамсы менән һуҡтырыуға, мөһөр баҫтырыуға, танауҙарын киҫтереүгә дусар итә һәм Нерчинск шахталарына ғүмерлек каторгаға оҙатыу хөкөмөн сығара. Ахтырка эргәһендә һаҡ аҫтында тотолған урындан, Железняк үҙенең 51 иптәше менән һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, ҡасып китә, әммә ҡасаҡтарҙың күпселеге, шулар араһында башлыҡ үҙе лә, оҙаҡламай ҡабат тотолалар. Икенсе фараз буйынса, Максим Железняк, һуңыраҡ каторганан ҡасып китеп, хатта Пугачев етәкселегендәге һуғышта ҡатнашҡан тигән фекер ҙә йәшәй. Украин халҡы хәтерендә Максим Железняк поляктарға ҡаршы милли-азатлыҡ көрәшсеһе, православие динен яҡлаусы батыр булып, уның образы халыҡ йырҙарында һәм риүәйәттәрендә идеалләштерелеп күрһәтелгән көйө һаҡланған. Максим Железняк Тарас Шевченконың атаҡлы «Гайдамактар» поэмаһының төп персонаждарының береһе булып тора.

  • Лавріненко Н. Під покровом таємниці: Що нам відомо про Максима Залізняка? // День. — № 10,15.-2006.
  • Лавріненко Н. Максим Залізняк. К.: ЕММА — 2012 — 79 с.
  • Семёнов П. П. Живописная Россия, 1897. — Т. 5. — Ч. 1. — С. 138.