Манарола
Манарола | |
лиг. Manea итал. Manarola | |
Рәсми атамаһы | Manea һәм Manarola |
---|---|
Дәүләт | Италия |
Административ-территориаль берәмек | Риомаджоре[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 25 метр |
Почта индексы | 19017 |
Изге ҡурсалаусы | Святой Лаврентий[d] |
Урындағы телефон коды | 0187 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Manarola[d] |
Манарола Викимилектә |
Манарола (лиг. Manaea, манарольск. Manaöa) — ҙур булмаған ҡала һәм Риомаджор коммунаһының фракцияһы . Был ҡала Италия төньяғындағы Специя провинцияһында урынлашҡан. Ул Чинкве-Терра паркындағы туристар йыш килә торған иң бәләкәй ҡала.
Манарола — Чинкве-Терралағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Бында 1338 йылда төҙөлгән Сан-Лоренцо сиркәүе бар. Сиркәү ҡаланың бағыусыһы — б. э. тиклем III быуатта йәшәгән һәм император Валериан әмере буйынса язаланған Римдың Изге Лаврентийы — хөрмәтенә уның исеме менән аталған.
Манарола диалекты күрше өлкәләрҙең диалектынан бик аҙ айырылып тора. «Манарола», моғайын, эволюцияға бирелгән һүҙ бәйләнешенән тора: лат. magna rota әйләнә һәм «magna roea», был «ҙур тәгәрмәс» тигәнде аңлата. Ҡалала тысынлап та ҙур тәгәрмәс тора. Моғайын, шул тәгәрмәстән ҡаланың исеме барлыҡҡа килгәндер.
Ҡалала төп ғәҙәттәге эшмәкәрлек төрө — балыҡсылыҡ һәм шарап әҙерләү. Урындағы Sciacchetrà шарабы айырыуса билдәле — уның юғары сифаты рим яҙмаларында телгә алынған. Манарола күрше ҡалалар менән бергә популяр туристик йүнәлеш булып тора, бигерәк тә йәй айҙарында. Бында билдәле «Мөхәббәт юлы» һуҡмағы, убаларҙа йөҙөм баҡсалары бар. Манарола Чинкве-Терраға ҡараған биш ауылдың береһе булып тора. Күпселек йорттары күркәм һәм сағыу. Манароланы рәссам [[|it]] (1874—1956)[1] картиналарында күрергә мөмкин.
Популяр мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Риамаджоре менән бергә [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Forza_Horizon_2 Forza Horizon 2] видеоуйындарында күрһәтелә. Шулай уҡ ул Overwatch уйыны авторҙарына Дорадо картаһын төҙөргә илһам бирә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Риомаджоре
- Вернацца
- Монтероссо-аль-Маре
- Корнилья
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виртуальный тур, Манарола
- Манарола фотоблог 2017 йыл 22 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Монтефинале, Джино, Портовенере и Чинкве-Терре. Con Illustrazioni a colori e testi in quattro lingue (Foto Turano, Milan, 1987)