Эстәлеккә күсергә

Марий дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марий дәүләт университеты
ялан мари Марий кугыжаныш университет
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Ректор Михаил Николаевич Швецов[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Йошкар-Ола
Урын Йошкар-Ола
Уҡыусылар һаны 9000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список памятников культурного наследия Йошкар Олы[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][2]
Рәсми сайт marsu.ru
Указания, как добраться площадь Ленина, 1 / Комсомольская улица, 134
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Марий университеты уҡытыусылары
Карта
 Марий дәүләт университеты Викимилектә

Марий дәүләт университеты (ялан мари Марий кугыжаныш университет) — Марий Эл Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Төбәктәге терәк университеттарҙың береһе.

1972 йылда барлыҡҡа килә. 2008 йылда университет составына 1931 йылда ойошторолған Н. К. Крупская исемендәге Марий дәүләт педагогия институты инә. 2010 йылдан университет базаһында Марий аграр колледжы эшләй. Университет биш институтта һәм туғыҙ факультетта әҙерлек алып бара. 2017 йылдың апреленән төбәк терәк университеттарының[3][4]береһенә әйләнде.

Марий дәүләт университетына 2016 йылдың 10 май[5] дәүләт аккредитацияһы тураһында таныҡлыҡ һәм Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәтенең 2016 йылдың 29 ғинуарҙа белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу лицензия бирелә[6].

Марий Эл Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының тәҡдиме буйынса дәүләт университеты «Рәсәйҙең алдынғы ғилми ойошмалары» Милли реестрына (2016) индерелә.

Факультеттары
  • Сит телдәр
  • Тарих-филология
  • Психологик-педагогик
  • Дөйөм һәм профессиональ белем
  • Физика-математика
  • Физик культура, спорт һәм туризм
  • Электроэнергетика
  • Юридик
  • Медицина
Институттары
  • Аграр-технологик институт
  • Тәбиғи фәндәр һәм фармация институты
  • Милли мәҙәниәт һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты
  • Иҡтисад, идаралыҡ һәм финанстар институты
  • Педагогия институты
Үҙәктәре
  • Һөнәри ориентация эшмәкәрлеге һәм эшкә урынлашыу үҙәге
  • «Пилот-У» транспорт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри әҙерләү үҙәге
  • Редакция-нәшриәт үҙәге
  • Уҡыу-ғилми археолог-этнологик үҙәк
  • Асыҡ белем биреү үҙәге
  • Мәғлүмәт-хисаплау үҙәге
  • Коллектив файҙаланыу үҙәге
Лабораториялары
  • «Мари мәктәбе» лабораторияһы
  • Гендер тикшеренеүҙәр лабораторияһы
  • Аналитик филология лабораторияһы
Музейҙары
  • Археологик музей
  • Зоология музейы
  • Университет тарихы музейы
  • «Йәкшәмбе» эҙәрмәндәр отряды музейы
  • Спорт даны музейы
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  3. Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
  4. Макеева А. Вызов для вузов // Коммерсантъ, 17.04.2017
  5. Свидетельство о государственной аккредитации 2016 йыл 19 август архивланған..
  6. Лицензия 2016 йыл 19 август архивланған..
  • Учёные Марийского государственного университета. — Йошкар-Ола: МарГУ, 2002. — 292 с. — 1000 экз. — ISBN 5-94808-043-9.
  • Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — 486 с. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
  • Марийский государственный университет // Энциклопедия Республики Марий Эл / Отв. ред. Н. И. Сараева. — Йошкар-Ола, 2009. — С. 512—513. — 872 с. — 3505 экз. — ISBN 978-5-94950-049-1.