Мартыновский районының Карпенко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Мартыновский районының Карпенко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Мартыновский районының В. В. Карпенко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Ростов өлкәһе Мартыновский районындағы музей.
Музейҙың адресы: 346660. Ростов өлкәһе, Мартыновский районы, Оло Мартыновка ауылы, Ленин урамы, 46,
Тарихы һәм тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мартыновский районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы Ростов өлкәһе Мартыновский районындағы Оло Мартыновка ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандар инициативаһы буйынса булдырылған. 1967 йылдың 7 ноябрендә рәсми асыу көнө тип һанала. Музей бинаһы район Мәҙәниәт йортонда оҙаҡ ваҡыт эшләй.
1992 йылда музейҙы билдәһеҙ кешеләр талай, һөҙөмтәлә уникаль экспонаттары юғалта. 1999 йылда музейға район үҙәк китапханаһы бинаһы тапшырыла. .Был ваҡытта музейҙың төп фондында 1924 һаҡлау берәмеге була. Экспонаттар түбәндәге төрҙәргә бүленә: һынлы сәнғәт (16 берәмек), биҙәү-ҡулланма сәнғәт изделиелары (20 берәмек), нумизматика әйберҙәре (50 берәмек), археологик әйберҙәр (3 берәмек), көнкүреш һәм этнография предметтары (120 берәмек), фотоһүрәттәр (1300 берәмек), документтар (414 берәмек).
2004 йылда музей Оло Мартыновка ауылы, Ленин урамы, 46 адресы буйынса боронғо бинаға күсерелә. 2005 йылда яҙыусы В.В.Карпенко вафат булғас ауыл халҡының теләге буйынса музейға В.В.Карпенко исеме бирелә. 2008 йылдың ноябрендә «Мартыновский районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы» муниципаль учреждениеһы «Мартыновский районының В.В.Карпенко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы тип үҙгәртелә. Музейҙың ойоштороусыһы һәм милексеһе булып "Мартыновский районы" муниципаль берәмеге тора.
Әлеге ваҡытта музейҙа экспонаттарҙың ҙур коллекциялары бар. Уның төп фондында 3333 һаҡлау берәмеге бар, ә ғилми-ярҙамсы фонды 1439 әйбер туплаған. Коллекцияһының күп өлөшө урындағы халыҡ бүләктәре иҫәбенә тулылана. Музейҙың төп фонды дүрт коллекциянан тора: яҙма сығанаҡтар коллекцияһы, әйберҙәр сығанағы коллекцияһы, нумизматик коллекция, ҡорал-яраҡтары һәм ҡоралдар коллекцияһы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мартыновский краеведческий музей имени Карпенко(недоступная ссылка)
- Мартыновский районный краеведческий музей им. В. В. Карпенко 2017 йыл 8 май архивланған.