Эстәлеккә күсергә

Масарик университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Масарик университеты
чех Masarykova univerzita
Нигеҙләү датаһы 28 ғинуар 1919[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Masarykova univerzita[1][2]
Принадлежит к Европа университеттары ассоциацияһы[d]
Кем хөрмәтенә аталған Томаш Гарриг Масарик[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы rector of Masaryk University[d]
Ректор Мартин Бареш[d]
Дәүләт  Чехия[1][3]
Административ-территориаль берәмек Брно-город[d]
Ойошма ағзаһы Утрехт селтәре[d], COMNAP[d], Европа университеттары ассоциацияһы[d][4], ORCID[d][5], Association of Libraries of Czech Universities[d][6], Коалиция за улучшение оценки исследований[d][7], Association of Czech Booksellers and Publishers[d][8] һәм European Open Science Cloud Association[d][9]
Уҡыусылар һаны 32 963[10]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Высокая школа[d][1]
Бойһонған ойошма (филиал) Přírodovědecká fakulta Masarykovy univerzity[d], юридический факультет Масарикова университета[d], Masaryk University Faculty of Medicine[d], Masaryk University Faculty of Pharmacy[d], Q71411434?, Masaryk University Faculty of Informatics[d], художественный факультет Масарикова университета[d], Masaryk University Faculty of Education[d], факультет социальных исследований Масарикова университета[d], Masaryk University Faculty of Sports Studies[d] һәм Masaryk University Faculty of Economics and Administration[d]
Милке J.G. Mendel Czech Antarctic Station[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Брно[d][1]
Нигеҙендәге текст Q54463351?
Диапазон IPv6 2001:718:800:1::/64[11], 2001:718:800:5::/64[12], 2001:718:801::/48[13] һәм 2001:718:805::/48[14]
Коллекция күләме 139[15], 139[15], 0[15] һәм 0[15]
Рәсми сайт muni.cz
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 9855
Эндпоинт API idp2.ics.muni.cz/idp/shi…[16]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Масарикова университета[d]
Content partnership category Category:Media contributed by Masaryk University[d]
Карта
 Масарик университеты Викимилектә

Дауалау факультеты бинаһы алдында Т. Г. Масарик һәйкәле
Ректорат бинаһы
Университет кампусы

Масарик университеты (чех Masarykova univerzita, 1960—1990 йылдарҙағы атамаһы: Ян Эвангелиста Пуркине исемендәге университет) — 1919 йылда Брно ҡалаһында нигеҙләнгән университет. 9 факультеттан тора. Аккредитацияланған уҡыу программаларында студенттар һаны буйынса Чехия Республикаһында икенсе урынды биләй.

Университет Утрехт селтәре Европа университеттары ассоциацияһына инә.

Университет барлыҡҡа килеүендә Карл университетының профессоры, ә һуңыраҡ Чехословакияның беренсе президенты Томаш Масарик айырым роль уйнаған. Үҙенең ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлегендә ул Чехословакияның юғары уҡыу йорттары үҫешенә махсус иғтибар бүлгән һәм 1880-се йылдарҙа уҡ фәнни хеҙмәттә киң көнәркәшлек кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алған. Бының менән бәйле шул ваҡыттағы берҙән-бер чех университетына үҙ үҫеше өсөн көнәркәш кәрәклеген билдәләп үткән. Икенсе чех университетын булдырыу оҙаҡ йылдар дауамында уның сәйәси программаһына ингән һәм был мәсьәләлә уны күп кенә профессорҙар, студентар, шулай уҡ киң йәмәғәт хуплаған.

Иң ҙур мәсьәлә яңы университет өсөн урын һайлау булған. Уның Брнола нигеҙләнеүе тураһында фекер өҫтөнлөк итһә лә, ҡаланың сәйәси тормошон контролдә тотҡан һәм үҙ йоғонтоһон юғалтыуҙан ҡурҡҡан бында йәшәүсе немецтар быға ҡаршы булған. Һөҙөмььәдә был 1905 йылдағы урам бәрелештәргә тиклем ҙурайған милли нигеҙҙәге низағтарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәп булған.

Беренсе донъя һуғышының тамамланыуы һәм Австро-Венгрияның тарҡалыуы яңы университетты нигеҙләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. 1919 йылдың 28 ғинуарындағы законға ярашлы университет булдырылған һәм дүрт факультеттан (юридик, дауалау, тәбиғәтте өйрәнеү һәм фәлсәфә) торған. Закон буйынса университет территорияһында төҙөлөш эштәрен 1930 йылға тиклем тамамлау ҡаралһа ла, тик юридик университеттың бинаһы төҙөлгән.

Өсөнсө Рейх оккупацияһы университетҡа ауыр кеше һәм матди юғалтуҙар килтергән (мәҫәлән, тәбиғәтте өйрәнеү факультеты профессор составының сиреге язалап үлтерелгән йәки йонсотолған). Башҡа ҡыҫылыштар 1948 йылдан һуң коммунистар власы яғынан күҙәтелгән. Иң ҙур таҙартыуҙар юридик факультетында күҙәтелгән, уны 46 % студент ташлап китергә мәжбүр булған; ә 1950 йылда факультет тулыһынса бөтөрөлгән. 1960—1990 йылдарҙа сәйәси сәбәптәр менән университет Ян Эвангелиста Пуркине исемен йөрөткән. 1946 йылда педагогия факультеты нигеҙләнгән, әммә ул 1953—1964 йылдарҙа университет составына кермәгән.

1989 йылдың ноябрендәге Бәрхәт инҡилабынан һуң университет йәнә үҫешә башлай — дүрт яңы факультет асылған (иҡтисад, информатика, социаль фәндәр, физкультура һәм спорт), университет кампусы төҙөлгән. Мәғлүмәти система эшләгән өсөн университет Европаның EUNIS Elite Award (2005) менән бүләкләнгән.

Факультеттар һәм бүлектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Педагогия факультеты (PedF)
  • Юридик факультеты (PrF)
  • Физкультура һәм спорт факультеты (FSpS)
  • Социаль фәндәр факультеты (FSS)
  • Иҡтисади факультет (ESF)
  • Дауалау факультеты (LF)
  • Информатика факультеты (FI)
  • Тәбиғи-фәнни факультет (PřF)
  • Фәлсәфә факультеты (FF)
  • Мендель исемендәге музей
  • Политология халыҡ-ара институты
  • Иҫәпләп сығарыу техникаһы институты
Кампусҡа төп инеү урыны
Каменице урамынан кампусҡа төнгө күренеш
Campus Square сауҙа үҙәге

Университеттың кампусы Брно-Богуницела урынлашҡан. Был хәҙерге заман биналар комплексы дауалау, тәбиғәтте өйрәнеү һәм спорт факультеттары студенттарын уҡытыу (шулай уҡ фәнни һәм тикшеренеү хеҙмәт өсөн) һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Кампус Богуниценың иҫке һәм яңы хәстаханалары, Моравия край архивы һәм Campus Square сауҙа үҙәге янында урынлашҡан.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Administrativní registr ekonomických subjektů
  2. Zákon č. 48/1990 Sb., o změně názvu University Jana Evangelisty Purkyně v Brně
  3. Directory of Open Access Journals — 2003.
  4. https://eua.eu/about/member-directory.html
  5. https://web.archive.org/web/20231020113811/https://orcid.org/members
  6. https://web.archive.org/web/20240113142622/https://www.akvs.cz/o-asociaci/clenske-vysoke-skoly/
  7. https://web.archive.org/web/20231109092552/https://coara.eu/coalition/membership/
  8. https://web.archive.org/web/20240228151313/https://www.sckn.cz/databaze-clenu-sckn/
  9. https://eosc.eu/members/
  10. https://www.muni.cz/media/3326665/mu_vzoc_2020_cz.pdf
  11. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:718:800:1::/64&type=inet6num
  12. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:718:800:5::/64&type=inet6num
  13. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:718:801::/48&type=inet6num
  14. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:718:805::/48&type=inet6num
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 http://otevrenesbirky.cz/static/openCollections.csv — 2021.
  16. https://orcid.org/signin