Әрмәнстан-әсә (монумент): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Мать Армения (монумент)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:48, 29 июнь 2018 өлгөһө

«Әрмәнстан-әсә» монументы маркаһы Әрмәнстан, 2011 й.

Пьедестал (1950, архитекторы -  Рафаел Исраелян ) граниттан эшләнгән, милли орнамент мотивтары ҡулланылған — таш һырланған. Башта уға Сталин (скульпторы - Сергей Меркуров) урынлаштырылып, 1962 йылда һүтеп алына. «Әрмәнстан-әсә» (1967, скульпторы - Ара Арутюнян) статуяһы еҙҙән сүкеп яһала һәм Тыуған илдең ҡеүәтен, бөйөкләгән символлаштыра. Ҡылысты ҡынына һалған әсә образын кәүҙәләндерә. Уның аяҡ аҫтында ҡалҡан ята. Скульптура ҡул формаларының стилләштерелеүе, ҡәтғи кейем менән ҡылыҡһырлана. 

Һөйкәл нигеҙендә Оборона министрлығының музейы урынлашҡан, унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡарабах низағы ваҡытындағы экспонаттар ҡуйылған: шәхси әйберҙәр, ҡорал, документтар һәм геройҙың портреттары. Пьедесталдың тирә-яғына шул ваҡыттағы ҡорал өлгөләре урынлаштырылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Донъялағы иң бейек статуялар исемлеге
  • Ватан-әсә

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Софья Георгиевна Капланова. «Ара Арутюнян», Москва, «Советский художник». 1968