Әрмәнстан-әсә (монумент)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әрмәнстан-әсә
әрм. Մայր Հայաստան
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1967
Дәүләт Flag of Armenia.svg Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Ереван һәм Kanaker-Zeytun District[d]
Урынлашыу Еңеү паркы (Ереван)
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Баҡыр
Архитектор Рафаел Исраелян[d]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Буйы 22 метр
Commons-logo.svg Әрмәнстан-әсә Викимилектә

«Әрмәнстан-әсә» монументы маркаһы, Әрмәнстан, 2011 й.

Әрмәнстан-әсә[2] (әрм. Մայր Հայաստան) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә Ереванда ҡуйылған монумент. Бейеклеге — 54 м[3], шул иҫәптән статуяның бейеклеге — 22 м. Ахтанак (Еңеү) паркында ҡуйылған, ҡала үҙгенән бейегерәк булып күренеп тора. Пьедестал (1950, архитекторы — Рафаел Исраелян) граниттан эшләнгән, милли орнамент мотивтары ҡулланылған — таш һырланған. Башта уға Сталин (скульпторы — Сергей Меркуров) урынлаштырылып, 1962 йылда һүтеп алына. «Әрмәнстан-әсә» (1967, скульпторы — Ара Арутюнян) статуяһы еҙҙән сүкеп яһала һәм Тыуған илдең ҡеүәтен, бөйөкләгән символлаштыра. Ҡылысты ҡынына һалған әсә образын кәүҙәләндерә. Уның аяҡ аҫтында ҡалҡан ята. Скульптура ҡул формаларының стилләштерелеүе, ҡәтғи кейем менән ҡылыҡһырлана.

Һөйкәл нигеҙендә Оборона министрлығының музейы урынлашҡан, унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡарабах низағы ваҡытындағы экспонаттар ҡуйылған: шәхси әйберҙәр, ҡорал, документтар һәм геройҙың портреттары. Пьедесталдың тирә-яғына шул ваҡыттағы ҡорал өлгөләре урынлаштырылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Донъялағы иң бейек статуялар исемлеге
  • Ватан-әсә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Monuments database — 2017.
  2. БРЭ/Ереван
  3. По другим данным — 52 м.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Софья Георгиевна Капланова. «Ара Арутюнян», Москва, «Советский художник». 1968