Эстәлеккә күсергә

Еңеү паркы (Ереван)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еңеү паркы
әрм. Հաղթանակի զբոսայգի
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Ереван һәм Канакер-Зейтун[d]
Етәксе орган Ереван ҡала советы
Хеҙмәтләндереүсе Ереван ҡала советы
Рәсми асылыу датаһы 1950
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Майҙан 34 гектар
Адрес Ազատության պ. 2[1]
Карта
 Еңеү паркы Викимилектә

«Еңеү паркы» («Ахтанака», «Монумент»; әрм. Հաղթանակի զբոսայգի) — Еревандың төньяғында, Канакер-Зейтун административ районындағы парк.

Парк 1930 йылдарҙа төҙөлә башлай. Ул ваҡытта уның атамаһы «Арабкирҙа ҡала паркы» була. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң исемен «Еңеү паркы» тип алмаштыралар[2].

1950 йылда паркта Сталинға ҙур һәйкәл ҡуйыла (скульпторы С. Д. Меркуров, архитекторы Р. С. Исраелян, бейеклеге 50 м[3]), һуңынан паркты халыҡ араһында «Монумент» тип атап йөрөтә башлай. 1962 йылда Сталин скульптураһы постаменттан алына, ә 1967 йылда уның урынына «Әрмәнстан-әсә» (скульпторы А. А. Арутюнян) скульптураһы ҡуйыла.

1959 йылда паркта «Арагил» рестораны асыла (архитекторы Р. С. Исраелян), ул тиҙ арала ҡаланың иң билдәле урындарының береһенә әйләнә. Унан Ереванға матур күренеш асыла. Әлеге ваҡытта ресторан ябылған, бина ҡәнәғәтләнерлек торошта түгел.

19581961 йылдарҙа архитектор О. А. Акопян проекты буйынса паркта яһалма «Аревик» күле булдырыла . Ул Севан күле формаһында эшләнгән, максималь тәрәнлеге 8,5 метр тәшкил итә. Тәүге ваҡыттарҙа күл ярында пляждар эшләй һәм унда һыу инергә мөмкин була, был маҡсаттан һыу хлорлана. Әммә ошо уҡ һыу паркты һуғарыу өсөн файҙаланғанлыҡтан, хлор һәм үҫемлектәр донъяһының торошона насар йоғонто яһай. Шуға күрә 1969 йылдан күл һыуы хлорланмай һәм унда һыу инеү тыйыла. 19831985 йылдарҙа паркын төҙөкләндереү өсөн ябыла, был осорҙа күл һыуы ағыҙыла. Хәҙер унда катамарандарҙа һәм кәмәләрҙә йөрөргә мөмкин.

1970 йылда паркта Билдәһеҙ һалдат ҡәбере һәм Мәңгелек ут барлыҡҡа килә[4]. 1985 йылда, Еңеүҙең 40 йыллығына, Билдәһеҙ һалдат ҡәбере һәм Мәңгелек ут Ашот Алексанян менән Анаит Навасардян проекты буйынса үҙгәртелеп эшләнә. Еңеү һәйкәленән уға тиклем Геройҙары аллеяһы һалына.

19551956 йылдарҙа паркта сайҡалыусы кәмә кәмә аттракционы ҡуйыла. 1967 йылда беренсе күҙәтеү тәгәрмәсе барлыҡҡа килә. 1989 йылда бейеклеге 30 метр булған икенсеһе ҡуйыла. 2008 йылда аттракциондар урынлаштырыу өсөн 7 гектар территория бүленә. 2012 йыл мәғлүмәттәре буйынса улар унда 70 иҫәпләнә.

Тәүҙә парк өсөн 48 гектар урман бүленә[5]. XXI быуат башына тәҙәкләндереү өсөн яуаплы компания ҡарамағында 33 гектра иҫәпләнә. Паркының ҡалған өлөшө ҡуртымға бирелә. Парктың урман участкаһының бер өлөшө 1990 йылдарҙа "буржуйка"ларға яғыу өсөн ҡырҡыла, бер өлөшө ҡала властары тарафынан элиталы йорттар төҙөү өсөн һатыла.

  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.12/10 — 2017.
  2. Парк «Победа» или «Монумент»: живая история // «Ереван. XX век». 2 октября 2012
  3. Цапенко М. П. О реалистических основах советской архитектуры. Гос. изд-во лит-ры по строительству и архитектуре, 1952. — С. 330
  4. Ереван, Гарни, Гегард, Эчмиадзин, Аштарак. Изд-во «Искусство», 1985. — С. 119
  5. Лесное Хозяйство. 1 января 1953.