Эстәлеккә күсергә

Маяҡ (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Маяк (гәзит) битенән йүнәлтелде)
«Маяҡ»
Тип

ижтимағи-сәйәси гәзит

«Маяҡ» — ижтимағи-сәйәси гәзит.

Ойоштороусылары Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Илишинформцентр» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1935 йылдың мартынан татар телендә «Еңеү таңы», шул уҡ йылдың июненән «Сталинсы», 1961 йылдан — «Коммунизм байрағы», 1963 йылдан — «Уңыш өсөн» исеме аҫтында нәшер ителә; 1965 йылдан алып татар телендә «Маяҡ», 2003 йылдан шул уҡ исем менән урыҫ, 2006 йылдан алып башҡорт телдәрендә сыға.

Маяҡ (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.