Эстәлеккә күсергә

Мемориаль комплекс (Морозовск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мемориаль комплекс
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Морозовск[d]
Карта

Мемориаль комплексРостов өлкәһе Морозовск ҡалаһында Морозовск районы тарихының төрлө ваҡыттарына арналған һәйкәлдәр комплексы

Мемориаль комплекстың адресы: 347210, Ростов өлкәһе, Морозовск ҡалаһы, Ленин урамы, 155.

Ростов өлкәһе Морозовск ҡалаһының мемориаль комплексы бер нисә һәйкәлде үҙ эсенә ала:

  • ике һалдат скульптураһы менән һәйкәл. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберендә 1955 йылда ҡуйылған, унда 1832 һалдат, Совет Армияһының офицеры һәм сержанты ерләнгән. Һәләк булғандарҙың фамилиялары билдәһеҙ.
  • һәйкәл-обелиск 1918—1920 йылдарҙа Граждандар һуғышы осоронда Морозовск ҡалаһын азат итеүҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ҡәберендә ҡуйылған, унда 13 һалдат, сержант һәм офицер ерләнгән;
  • Советтар Союзы Геройҙары — Морозовск ҡалаһы кешеләре һәйкәле. Һәйкәл яугир скульптураһынан ғибәрәт, ул геройҙар обелискыһы янында тора. Бер ҡулында фуражка, икенсеһендә венок. Яугирҙең түшендә Советтар Союзы Геройы йондоҙо. Һәйкәл ҙур булмаған постаментҡа ҡуйылған;
  • 1941—1945 йылдарҙа һуғыш йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренә арналған иҫтәлекле билдә. Иҫтәлекле билдә барельеф рәүешендә эшләнгән, унда быраулау станогы, станок артында бәләкәй кәүҙәле кепка кейгән эшсе снаряд быраулай;
  • монумент «Хәрби туғанлыҡ»— локаль конфликттарҙың рәсәй геройҙары һәм яугирҙәренең фамилиялары менән иҫтәлекле билдә. Яугирҙәрҙең береһе — Рәсәй Геройы капитан Александр Владимирович Кирьянов. 559-сы бомбардировка авиацияһы полкында хеҙмәт иткән. 1994 йылдың 31 декабрендә Грозный ҡалаһында үҙе менән командирҙы ҡаплап, граната шартлауынан һәләк була;
  • туғандаш ҡәберлектә скульптура композицияһы арҡаһындағы винтовка менән һалдат һынынан ғибәрәт, йәнәшәлә ҡатны-ҡыҙ тора. Скульптуралар алдында табличкалар менән оҙон плита урынлашҡан, табличкаларҙа һәләк булған яугирҙәрҙең фамилиялары яҙылған.

Мемориаль комплекс немец-фашист илбаҫарҙары өҫтөнән Еңеүҙең 65-йыллығына арналған. Комплекс менән йәнәшәлә Морозовск тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.