Меңле улусы
Меңле улусы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Нуғай даруғаһы |
Меңле улусы — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нуғай даруғаһы составындағыРәсәй империяһының административ-территориаль берәмеге.
Башҡорттарҙың үҙҙәренең үтенесе һәм батша Алексей Михайловичтың 15 августағы 7158-се һанлы Грамотаһы буйынса (1646 й.) Меңле улусы 11 өлөшкә бүленә. Түбәләрҙе түбәндәгеләр етәкләй: 1) Тәпәрғол Әсәнов «иптәштәре менән», 2) Ураҙлы Урманов, 3) Айымбәт, Баҡый, Байембәт Тәрәнғоловтар, 4) Ҡомар Күрәҫмәков, Кәлтәй Үҙрәк, 5) Сихамбәт, 6) Аҡымбәт Тәпәрғолов, 7) Тоҡомсы Супин, 8) Тоҡомбәт Тәрәнғолов, 9) Ҡәҙерғол Баҡаев, 10) Аҡымбәт, 11) Ҡулҡа, Баҡай Нәҙерғоловтар[1].
Нуғай даруғаһы башҡорттары | ||
Улус | түбәләр (варианттар) | |
Меңле улусында 477 ихата | 1. Субындар | |
2. Ҡырҡкүлле | ||
3. Яйыҡсы бянский | ||
4. Ҡолой Меңле | ||
5. Уҫылы Меңле | ||
6. Нуғайлар Меңле | ||
7. Меркет | ||
8. Өршәк Меңле | ||
9. Илекәй Меңле | ||
10. Һарайлы | ||
11. Ҡобау | ||
12. Ыҡ меңлеләре |
Ырыуҙың дөйөм ерҙәрен бүлгәндә Меңле улусы башлығы кенәз Ҡәнзәфәрҙең 4 улы: өлкән улы Ҡүҙәбаҡты, Дистан, Ҡоҙабаҡты, кенәз Ҡаҙаш һәм Сублүктең 4 улы: Яйыҡ-Субы, Ҡадир-Субы, Миңле-Субы һәм Иҙел Субы, шулай уҡ Ураҙлы Урманов, Мәмбәтҡол Тәнекәев и Аҡҡодоҙ Аҡманов ҡатнаша.
Улус түбәләренең тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]11 кеше бөйөк батшабыҙ үҙ ирке менән биргән ерҙе түбәндәгесә бүлә; Күҙәбаҡты Үҙән йылғаһы тамағынан түбәнгә табан Өршәк йылғаһына, уның тамағына тиклем һәм Өршәкте ике яғынан дала һәм урмандар буйлап, Мәҫәле йылғаһы башына һәм тамағына, бәләкәй йылғасыҡтар менән ҡушылған урынына тиклемге ерҙәрҙе ала. Дистан Дим йылғаһы буйлап Сәкрәкле тамағынан Дим буйлап ике яҡлап та Ярыш тамағына тиклемге ерҙәрҙе ала (Өршәккә ҡойған бәләкәй йылғалар эргәһендәге ерҙәргә аяҡ баҫмаҫҡа). Ҡоҙабаҡты Дим йылғаһының Сәкрәкле тамағынан алып, Дим йылғаһының ике яғынан ла аҫҡа табан Ағиҙелгә тиклемге ерҙәрҙе биләй. Ҡаҙаш Көҙән тамағынан Өршәк буйлап өҫкә табан Бөйөрлөҡкүл тамағына тиклем ике яҡлап та урман һәм дала буйлап урынлашҡан ерҙәрҙе биләй, ә Димгә ҡойған бәләкәй йылғаларҙы алмаҫҡа. Быларға өҫтәп, Үҙән йылғаһынан ике урман араһынан Таш кисеүгә, Ҡондоҙло күленә һәм Урғаҙаға тиклем, тағы ла Урғаҙанан алып туп-тура Ярыҡлы күленән Бөйөрлөкүл ҡаяларына тиклемге ерҙәрҙе биләй. Субл-ктең улы Яйыҡ-Сублы Ярыш тамағынан Дим буйлап ике яҡтан да Биштирәк тамағына тиклемге ерҙәрҙе биләй, Ә Өршәк йылғаһына уның ҡыҫылышы юҡ. Ҡадир-Субы Ҡаршы (Ҡарғы) тамағынан ике яҡты ла үҙенә ала. Иҙел-Субы һәм Меңле-Субы Ҡармасан (бәлки, Ҡарамалы) тамағынан Ағиҙел буйлап ике яҡты ла ала. Ураҙлы Урманов һәм Мәмбәтҡол Тәнекәев Дим йылғаһы буйлапБиштирәк тамағынан Сирәшән (Сиремес ?) тамағына тиклем урман һәм дала буйлап ике яғын да ала. Аҡҡондоҙ Аҡманов Терсәғазы (Түрсәғәли) ҡаяларынан һәмУрғаҙа тамағынан туп-тура Кондоҙло күленә тиклемге ерҙәрҙе ала.
Меңле улусы түбәләренең атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡыт үтеү менән һәр түбә үҙ атамаһын ала, һәм улар 1866 йылғы административ реформаға тиклем, хатта 1930 йылға тиклем өлөшләтә һаҡлана (Мәҫәлән, Меркет-Меңле һәм Өршәк-Меңле түбәләре).
Өфө өйәҙе буйынса: Күҙәбаҡты алған ер участкаһы, уның ырыуы Меңле улусы тип атала; 2-се ырыу һәм Дистан ерҙәре (Кәркәле ауылы һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа йәшәгән башҡорттарҙың нәҫел башы) — Һарайлы-Меңле; 3-сө ырыу: Ҡоҙабаҡты, уның ерҙәре — Субы-Меңле; 4-се ырыу: Ҡаҙаш — Өршәк-Меңле.
Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса: 5-се ырыу Яйыҡ-Субы — Яйыҡ — Суби — Меңле; 6-сы ырыу: Ҡадир-Субы — Бәғәнәш-Меңле, 7-се ырыу: Иҙел-Субы — Селәү-Меңле; 11-се ырыу: Аҡҡондоҙ Аҡманов — Меркет-Меңле.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.vatandash.ru/index.php?article=1958 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 4 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 9 декабрь 2013 года. 2013 йыл 9 декабрь архивланған.