Михаил Вербицкий һәйкәле (Львов)
Михаил Вербицкий һәйкәле | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Львов |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Бейеклеге/буйы | 2,9 метр |
Михаил Вербицкий һәйкәле — композитор, Украина гимны «Ще не вмерла України…» музыкаһы авторы Михаил Вербицкийҙың һәйкәле Львов ҡалаһында урынлашҡан. Һәйкәл Бандера һәм Вербицкий урамдары сатына ҡуйылған. Был инде Вербицкийҙың икенсе һәйкәле, беренсе һәйкәле Яворов (Украинаның Львов өлкәһе) ҡалаһында, Львовтан көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һәйкәлдең ҡуйылыу хаҡы 0,78 миллион гривна[1] (Өлкә советы рәйесе урынбаҫары В. Пятак һүҙҙәре буйынса урындағы үҙидара органдары һәйкәлде финанслауҙы күҙҙә тотоу өсөн үҙҙәренең бюджетына төҙәтмәләр индерә)[2]). Һәйкәл 2015 йылдың 27 декабрендә асыла. Асыу тантанаһына өс йөҙ тирәһе кеше килә[3]. Сара һәйкәлгә сәскәләр һалыу һәм ҡаланың сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең сығыштары менән тамамлана[4]. Һәйкәлде асҡандан һуң концерт үтә[5].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле композиция бронзанан яһалған Вербицкийҙың скульптураһынан, шулай уҡ гранит стеланан тора, стелала украин гимны көйөнөң ноталары уйып яҙылған[6]. Стелала шулай уҡ аҡ мәрмәрҙән Украина картаһы һүрәтләнгән[7]. Композицияның баштағы бейеклеге 3.5 м [7][8], әммә һуңынан 2.9 м тиклем ҡыҫҡартыла. Һәйкәл тирәләй сквер төҙөкләндереү күҙаллана[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Во Львове открыли памятник автору Гимна Украины Вербицкому
- ↑ Во Львове установят памятник Михаилу Вербицкому
- ↑ Во Львове открыли памятник автору гимна Украины Михаилу Вербицкому. Фоторепортаж
- ↑ Во Львове открыли памятник Михаилу Вербицкому
- ↑ У Львові відкрили пам’ятник Михайлу Вербицькому (укр.)
- ↑ Памятник Михаилу Вербицкому открыли во Львове
- ↑ 7,0 7,1 Памятник Михаилу Вербицкому планируют установить во Львове
- ↑ 27 грудня у Львові відкриють памятник Михайлу Вербицькому 2016 йыл 5 ғинуар архивланған. (укр.)
- ↑ Памятник Вербицкому во Львове установят в конце ноября