Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны
Нигеҙләү датаһы 2022
Дәүләт  Рәсәй

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны— Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәре составындағы подразделение. 2022 йылдың май аҙағында «Диңгеҙ пехотаһы һәм Хәрби диңгеҙ флоты спецназы ветерандары» ойошмаһы РФ Президенты ҡарарына ярашлы башланған махсус операцияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостанда ирекле батальон төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай. 2022 йылдың 6 июлендә Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбиров батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы, яугирҙарҙың хәрби бурысты уңышлы башҡарыуына ышаныс белдерҙе һәм уларҙың тыуған яҡҡа иҫән-һау кире әйләнеп ҡайтыуын теләне. Шул уҡ көндө батальон хәрби оҫталыҡтарын камиллаштырыу өсөн Ырымбур өлкәһенә китте [1]. Батальонды оҙатыу тантанаһында күп һанлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.

Командирҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батальон командиры —

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]