Мова нанова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мова нанова
бел. Мова нанова
Административ үҙәге

Беларусь Беларусь, Минск

Ойошма төрө

Коммерцияға ҡарамаған ойошма

Рәсми тел

белорус теле

Етәкселәре
Төп кешеләр

Gleb Labadzenka, Alesia Litvinouskaja

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

13 ғинуар 2014 йыл

Бөтөрөлгән
-
Сайт

movananova.by — Мова нанова рәсми сайты

 Мова нанова Викимилектә

«Мо́ва нано́ва» (бел. Мова Нанова) (һүҙмә- һүҙ тәржемәһе — «Тел яңынан») — бушлай белорус теле курстары, Минскиҙа 2014 йылдың 13 ғинуарында «Ў» галереяһында асыла[1]. Минскиҙан тыш Барановичи, Гродно, Бобруйск, Брест, Молодечно, Могилев, Витебск, Островец[2], Гомель, шулай уҡ Польшаның Краков ҡалаһында үткәрелә[3]. 2021 йылдың 23 июлендә Минск район башҡарма комитеты «Мова нанова» ойошмаһын бөтөрә, формаль сәбәп итеп прокуратура тарафынан сайтта «теркәлмәгән символика» табылған һәм Белсат телеканалы логотибы атала[4].

Халыҡ теле - уның рухы, халыҡ рухы, уның теле (С)

Премиялар һәм наградалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 25 июнендә Минскиҙа бишенсе белорус телле реклама һәм коммуникация фестивале үтә. Мова нанова курстары белорус телле реклама һәм коммуникация фестивалендә ижтимағи әһәмиәтле проекттар номинацияһында Гран-при яулай[5].

Курс проекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мова нанова «Ашығыс тел ярҙамы» бушлай тәржемә хеҙмәтен булдыра[6][7]. Профессиональ филолог-волонтерҙар командаһы тиҙ арала 5 мең билдәгә тиклем тәржемә итергә әҙер. Тәржемәгә телде ҡулланыуҙың асыҡ осраҡтары ҡабул ителә: веб-сайттар, тамғалар, плакаттар, тауарҙарға компоненттар, магазиндарҙа этикеткалар, ресторандарҙа менюлар, реклама һ. б.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мова нанова 12-се дәрес
Мова нанова Барановичи, 15 март 2014.
Мова нанова Быдгошта

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң мәғлүмәт сараларында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]