Мозырь районы
Мозырь районы | |
Герб[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 17 июль 1924 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мазырскі раён |
Дәүләт | Беларусь |
Административ үҙәк | Мозырь[d] |
Административ-территориаль берәмек | Гомель өлкәһе |
Иң юғары нөктә | highest point of the Homiel Region[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Мозырь район башҡарма комитеты рәйесе[d] |
Хөкүмәт башлығы | Елена Федоровна Павлечко[d][1] |
Башҡарма власть | Мозырь район башҡарма комитеты[d] |
Закондар сығарыу органы | Мозырь район депутаттары Советы[d] |
Халыҡ һаны | 126 601 кеше (1 ғинуар 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 167 метр[3] |
Сиктәш | Ельский район[d], Лельчицкий район[d], Калинковичский район[d], Хойникский район[d], Наровлянский район[d] һәм Петриковский район[d] |
Майҙан | 1603,47 км² |
Рәсми сайт | mozyrisp.gov.by |
Һәйкәлдәр исемлеге | Cultural heritage monuments in Mazyr District[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Мозырском районе[d] |
Мозырь районы Викимилектә |
Мозырь районы (бел. Мазырскі раён) — Гомель өлкәһенең көньяҡ — көнбайышындағы административ берәмеге. Административ үҙәге — Мозырь ҡалаһы.
Административ ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 10 ауыл башҡарма комитеты теркәлгән (2014 йылдың 29 ғинуарына ҡарата[4]):
- Барбаров — 9011,68 га
- Каменка — 24261,38 га
- Козенки — 9555,55 га
- Криничный — 10663,31 га
- Махновичи — 16176,67 га
- Михалковка — 13876,90 га
- Осовцы — 18682,85 га
- Прудок — 6277,39 га
- Скрыгалов — 17694,34 га
- Слобода — 29656,91 га
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район майҙаны 1600 км² тәшкил итә (12 урын). Калинковичи, Хойницы, Ельск, Петриков һәм Лельчицы райондары менән сиктәш.
Төп йылғалар — Припять һәм уның ҡушылдыҡтары — Тремль, Ипа, Неначь, Тур, Мытва, Солокуча, Крапивень, Сколодин, шулай уҡ Словечна йылғаһының ҡушылдығы — Чертень.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район 1924 йылдың 17 июлендә ойошторола. 1926—1927 йылдарҙа ул Слобода ауылы исеме менән йөрөтөлә. Башта Мозырь округы составында була. 1930 йылдың 27 сентябрендә Калинковичи районы Мозырь районы тип үҙгәртелә, район үҙәге итеп Мозырь ҡалаһы билдәләнә. 1930—1935 йылдарҙа район тура республика буйһоноуында була, 1935—1938 йылдарҙа — Мозырь ҡала округы (сик буйы), 1938—1954 йылдарҙа — Полесье өлкәһенә (үҙәге Мозырь ҡалаһы), 1954 йылдан — Гомель өлкәһенә ҡарай[5][6].
Район территорияһы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә. 1930 йылдың 27 сентябрендә ҡабаттан ойошторолған районға Казимир ауыл Советы (Петриковка районынан), шул уҡ йылда — Тваричев милли поляк ауыл Советы (Наровлян районынан) ҡушыла. 1931 йылдың 5 февралендә Какуевич ауыл Советы Речица районына тапшырыла, 1931 йылдың 2 июлендә Мозырь районына бөтөрөлгән Копаткевич районынан 2 ауыл Советы, Озарич районынан 7 ауыл Советы, Юрович районына 4 ауыл Советы ҡушыла. 1935 йылдың 2 февралендә Доманович һәм Копаткевич райондары ҡабаттан тергеҙелә һәм уларға йәмгеһе 15 ауыл Советы беркетелә. 1935 йылдың 5 апрелендә район эреләтелә. 1938 йылдың 20 февралендә бер район Василевич районына тапшырыла. 1939 йылдың 3 июлендә ҡабаттан Калинкович районы булдырыла, унда Мозырь районынан 11 ауыл Советы тапшырыла. Шул уҡ көндө Мозырь районына Елцы, Наровлян һәм Петриков райондарынан берешәр ауыл советы беркетелә[6].
Демографик хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы — 132 437 кеше (2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Ауыл халҡы — 16,27 %, ҡала халҡы — 83,76 %
Халыҡ һаны[7][8][9][10]: | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1970[11] | 1979[11] | 1989[11] | 1996 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 |
82 000 | ▲104 189 | ▲124 653 | ▲126 300 | ▲131 222 | ▼131 220 | ▼131 191 | ▼131 072 |
2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 |
▼130 802 | ▼130 072 | ▼129 324 | ▼128 889 | ▼128 470 | ▼128 095 | ▼128 949 | ▲129 724 |
2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 |
▲129 915 | ▲130 357 | ▲130 827 | ▲131 812 | ▲132 944 | ▲133 404 | ▲133 437 | ▲133 953 |
1959 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса, районда (Мозырь ҡалаһынан тыш) 26 613 кеше йәшәй: 25218 белорус, 599 урыҫ, 327 поляк, 278 украин, 63 йәһүд, 128 башҡа милләт вәкилдәре[12].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда район сәнәғәт ойошмалары 13906 млрд һумлыҡ продукция етештерә.
Ҡала һәм район предприятиелары Мозырь ҡалаһында 30 сәнәғәт предприятиһы урынлашҡан, ула араһында иң мөһимдәре: «Мозырь нефть эшкәртеү заводы» ААЙ— автомобиль бензины, дизель яғыулығы, мазут, ыҫмала етештерә.
«Мозырьсоль» ААЙ— аҙыҡ-түлек тоҙон сығара һәм етештерә.
«Беларускабель» ААЙ— төрлө сымдар етештерә.
«Мозырь спирт-араҡы заводы» ААЙ — шарап, араҡы һәм ликер-араҡы изделиеларын етештерә.
«Мозырьсельмаш» (Мозырь ауыл хужалығы машиналары заводы) ААЙ — шыйыҡ яғыулыҡ һәм газ генераторҙарын, көнкүреш ҡаҙандарын етештерә.
«Мозырь машиналар эшләү заводы» ААЙ — урман техникаһын етештерә һәм башҡалар.
Ауыл хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда ауыл хужалығы ойошмаларында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар өсөн — 13 496 га һөрөнтө ерҙәр, мал аҙығы культураларыөсөн 14 886 га ер сәселә[13].
2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда ауыл хужалығы ойошмаларында 30, 5 мең эре мал башы, шул иҫәптән 8, 3 һыйыр, шулай уҡ 49 мең сусҡа һәм 437 мең ҡош-ҡорт тотола[14][15].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район аша Калинковичи — Овруч тимер юлы, шулай уҡ Мозырь — Овруч, Мозырь — Наровля, Мозырь — Лельчицы, Мозырь — Петриков автомобиль юлдары үтә Припять буйлап суднлар йөрөй.
Район аша «Дуҫлыҡ» нефть үткәргее үтә.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда районда 47 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы иҫәптә инә. 2017/2018уҡыу йылында 33 урта белем биреү уҡыу йорттары эшләй. унда 14,8 мең уҡыусы уҡый. 1494 процесын 1494 уҡытыусы тәьмин итә[16].
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгендә Мозырь берләштерелгән крайҙы өйрәнеү музейы урынлашҡан. Унда 28,8 мең музей предметы тупланған. 2016 йылда музейҙы 42,3 мең кеше күргәнь[17].
Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылда Беларусь республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы учреждениеларында 442 табип иҫәпләнә[18].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.mozyrisp.gov.by/ru/ispolnit/
- ↑ Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типа — Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Решение Гомельского областного Совета депутатов от 29 января 2014 г. № 303 Об установлении границ сельсоветов Мозырского района Гомельской области 2014 йыл 26 июль архивланған.
- ↑ Административно-территориальное деление Беларуси, Архивы Беларуси
- ↑ 6,0 6,1 Административно-территориальное устройство БССР: справочник. — Т. 1 (1917—1941 гг.). — Мн.: Беларусь, 1985. — С. 188—189.
- ↑ Численность населения по городам и районам Гомельской области 2019 йыл 22 март архивланған., Главное статистическое управление Гомельской области
- ↑ Численность наличного населения городов, поселков городского типа, районов и районных центров СССР по данным переписи на 15 января 1970 года по республикам, краям и областям (кроме РСФСР)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность наличного населения союзных и автономных республик, автономных областей и округов, краев, областей, районов, городских поселений, сел-райцентров и сельских поселений с населением свыше 5000 человек (кроме РСФСР)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность населения союзных республик СССР и их территориальных единиц по полу
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Объединены данные по району и городу Мозырю, который как город областного подчинения учитывался отдельно.
- ↑ НАРБ. Ф. 30, оп. 5, д. 7306, л. 51.
- ↑ Сельское хозяйство Республики Беларусь. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 71-80.
- ↑ Сельское хозяйство Республики Беларусь. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 138—142.
- ↑ Статистический ежегодник Гомельской области. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 269—271.
- ↑ Регионы Республики Беларусь. — Т. 1. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 236—261.
- ↑ Культура Республики Беларусь. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2017. — С. 26-27.
- ↑ Регионы Республики Беларусь. — Т. 1. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 277—288.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт райисполкома 2018 йыл 8 апрель архивланған.
- Достопримечательности
- Карта и краткие сведения 2010 йыл 24 август архивланған.
- Геральдика г. Мозыря