Эстәлеккә күсергә

Бланьяк монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Монастырь Бланьяк битенән йүнәлтелде)
Бланьяк монастыры
Нигеҙләү датаһы 1852
Рәсем
Дәүләт  Франция[1]
Административ-территориаль берәмек Бланьяк[d][1]
Архитектура стиле неоготика[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1939
Мираҫ статусы теркәлгән тарихи һәйкәл[d][1]
Адрес 60, avenue du Général-Compans
Рәсми сайт blagnac.beatitudes.org
Карта
 Бланьяк монастыры Викимилектә


Бланьяк монастыры (франц. Monastère de Notre Dame des Sept-douleurs et de Sainte-Catherine de Sienne) — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн элекке доминикандар (траппистар) монастыры. Доминикан орденына ҡараған был монастырь Францияның Тулуза ҡалаһының янында торған Бланьяк коммунаһы территорияһында урынлашҡан. Бланьяк ҡалаһы Бланьяк коммунаһының административ үҙәге булып тора. Унда 21 меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Үрге Гаронна департаменты составында тора. Бланьяк монастыры 1852—1939 йылдарҙа эшләүсе монастырь булған. Монастырь башта XVII быуаттың урталарында Мийо аристократтары ырыуынан сыҡҡан барон Ж.' Ми Альдегье тарафынан неоготика стилендә төҙөлгән һарайҙа урынлашҡан була һәм эшләй. 1852 йылда монастырға нигеҙ һалынған. Артабан ул дини эштәрҙе үҙ бинаһында башҡарған. Бланьяк монастырының эше 1939 йылда туҡтатылған.

Тасуирлау һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бланьяк монастыры 1852—1939 йылдарҙа эшләүсе монастырь булған. Монастырь башта XVII быуаттың урталарында Мийо аристократтары ырыуынан сыҡҡан барон Ж.' Ми Альдегье тарафынан неоготика стилендә төҙөлгән һарайҙа урынлашҡан була һәм эшләй. 1852 йылда монастырға нигеҙ һалынған. Артабан ул дини эштәрҙе үҙ бинаһында башҡарған. Бланьяк монастырының эше 1939 йылда туҡтатылған.