Эстәлеккә күсергә

Монастырь крәҫтиәндәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монастырь крәҫтиәндәре

Монастырь крәҫтиәндәре — Рәсәйҙәге XI быуаттан алып XVIII быуат уртаһына тиклем ғәмәлдә булған бойондороҡло халыҡ категорияһы, ул Рус православие сиркәүе феодаль биләмәһе ҡарамағында була. Екатерина II-ның 1764 йылдың 26 февралендәге Указына ярашлы ике миллион монастырь крәҫтиәне Иҡтисад коллегияһы ҡарамағына тапшырыла, һәм улар иҡтисади крәҫтиәндәр исемен ала.

Барлыҡҡа килеү сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий Плеханов билдәләүенсә, сиркәү феодализмы донъяуи феодализмынан айырыла, сөнки сиркәүҙәр һәм монастырҙар ер биләмәләре һәм ундағы халыҡҡа алпауыттар коллективы хужалыҡ итә. В. И. Писарев фекеренсә[1], бындай коллективизм монастырҙәргә бик күп ер биләмәләрен һәм аҡса тупларға, ауыл халҡына ҡарата эксплуатотырлыҡ ҡылыу, айырым сиркәү вәкилдәренә ифрат ҙур байлыҡтар һәм крепостной кешеләргә эйә булыуға мөмкинлек бирә[2].

Эксплуатациялау формалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм алғанда, монастырь крәҫтиәндәре, сиркәүгә ҡарамаған феодаль-бойондороҡло биләмәләре крәҫтиәндәре кеүек, шул уҡ эксплуатациялау формаларына дусар ителә. Митрополит Киприаноның 1391 йылғы Устав грамоталарында монастырь крәҫтиәндәре оброк һәм барщинанан тыш бөтә төр хужалыҡ эштәрен башҡарырға тейеш була. XV—XVI быуаттарҙа крепостной тенденцияларҙың дөйөм көсәйеүе монастырь крәҫтиәндәренә лә ҡағыла. XV быуаттың 2-се яртыһында уҡ Троица-Сергий лавраһына ҡараған ҡайһы бер биләмәләргә старожилец тип исемләнгән монастырь крәҫтиәндәренә юл ябыла. Ҡасып киткән осраҡтарҙа уларҙы кире монастырҙарға ҡайтарғандар. Монастырь крәҫтиәндәренең хәлен бурыс йөкләмәләре системаһы ҡатмарлаштыра һәм уларҙың феодалдарға артабанғы буйһоноуына булышлыҡ итә[3].

XVIII быуаттың икенсе яртыһында феодаль эксплуатациялауҙы көсәйткән крепостной хоҡуҡ рәсмиләштерелә. Был аҙым монастырь крәҫтиәндәренең хәлен тағы ла насарайта. Мәҫәлән, 1753 йылда Троица-Калязин монастыры крәҫтиәндәре монастырь ерен эшкәртеүҙән һәм аҡсалата оброктан тыш, монастырь өсөн хеҙмәткәрҙәр бирергә тейеш булалар. Шулай уҡ улар бик күп төрлө ваҡ йөкләмәләр үтәй. Монастырь барщинаһының ҡаты формалары монастырь крәҫтиәндәренең хужалыҡ эшмәкәрлеген сикләй, бөлгөнлөккә төшөрә. Өҫтәүенә монастырь властарының аяуһыҙлығы һәм талауы хәлде бик ныҡ атмарлаштыра; мәҫәлән, Амвросиев-Новоспасск монастыры крәҫтиәндәре уларҙы «бығауҙарҙа һәм тимер ҡоршауҙарҙа бишешәр һәм унан да ашыу аҙна тотоуына» зарланалар[4].

Фееодалдарға ҡаршы ихтилалдарҙа ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыш ҡына монастырь крәҫтиәндәре ҡоллоҡҡа ҡаршы ихтилалдар ойошторалар. Мәҫәлән, бындай болаларҙың 1550 йылда Адрианов пустыняһында, 1594—1595 йылдарҙа Иосиф-Тверь һәм башҡа монастырҙарҙа булыуы билдәле. XVII быуатта монастырь крәҫтиәндәре Степан Разин етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша[3].

Сиркәү ерҙәрен дәүләт ҡарамағына тартып алыу һәм монастырь крәҫтиәнлығын бөтөрөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуаттың башынан феодалдар мәнфәғәтендә сиркәү ер биләүселеген сикләү арҡаһында 1950 йылғы Монастыр приказын булдырыуға килтерә. 1667 йылғы Оло Мәскәү соборында һәм 1975 йылғы Мәскәү соборында сығыш яһаусы сиркәүселәр баҫымы аҫтында 1675 йылда Монастырь приказы юҡҡа сығарыла. Әммә 1701 йылда Петр I тарафынан патриаршество бөтөрөлә, шул уҡ ваҡытта Монастырь приказы тергеҙелә; ул сиркәү идаралығың бөтә админстратив-финанслау һәм суд мәсьәләләрен башҡарыу функцияларын ала, шул иҫәптән монастырь крәҫтиәндәрен эксплуатациялауҙан алынған аҡса һәм натураль килем йыйыуҙы. 1725 йылда сиркәү өҫтөнән дәүләт контроле көсәйеүе айҡанлы Монастырь приказы юҡҡа сығарыла, ә уның функциялары 1721 йылда сиркәү власының үҙәк органы булараҡ Изге Синодҡа тапшырыла. Әлеге процестар объектив рәүештә сиркәү ерҙәрен дәүләт ҡарамағына тартып алыуға (секуляризацияға) килтерә[5].

1760-сы йылдарҙа монастырь крәҫтиәндәренең күмәк сығыштары Екатерина II-ның 1764 йылдың 26 февралендә (8 март) указын барлыҡҡа килтерә, сиркәү ерҙәре тулыһынса тартып алына һәм ике миллион тирәһе монастырь крәҫтиәне Иҡтисад коллегияһы ҡарамағына күсерелә. Ошо ваҡыттан монастырь крәҫтиәндәре иҡтисади крәҫтиәндәре тип исемләнә башлай[4].

Григорий Котошихин мәғлүмәттәре буйынса, XVII быуат уртаһында Рус дәүләтендә 118 мең монастырь крәҫтиәндәре йорто була, уларҙыңяҡынса 86 мее монастырҙарға тура килә. 1-й ревизиялар 1719 йылғы 1-се ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ир затынан 791 монастырь крәҫтиәне иҫәпкә инә, 1744 йылғы 2-се ревизия — 898,5 мең, 3-сө ревизия 1762 йылғы 3-сө ревизия буйынса— 1 миллион 27 мең[3]. Монастырь крәҫтиәндәрен бөтөрөү һәм уларҙы XVIII быуат уртаһында иҡтисади крәҫтиәндәре рәтенә күсергән саҡта уларҙың һаны ике миллиондан саҡ ҡына ашыу була[4].

  • Мөртәт
  • Сиркәү крәҫтиәндәре
  • Иҡтисади крәҫтиәндәр
  • Боронғо Русь ауыл хужалығы
  • Рус батшалығында ауыл хужалығы
  • Горская Н. А. Монастырские крестьяне Центральной России в XVII в. / АН СССР, Ин‑т истории СССР. — М.: Наука, 1977. — 365 с. — 2700 экз.
  1. Писарев В. И. Церковь и крепостное право в России. — Москва, 1930.
  2. Ушакова Н. В. Социально-экономические аспекты развития монастырей домонгольской Руси в советской историографии 1920–1940-х гг. // Известия Алтайского государственного университета : научный журнал. — Барнаул, 2011. — В. 4—2(72). — ISSN 1561-9443.
  3. 3,0 3,1 3,2 Монастырские крестьяне // Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. — Компания «Кирилл и Мефодий», 2008.
  4. 4,0 4,1 4,2 Монастырские крестьяне // Большая Советская энциклопедия.
  5. Монастырский приказ // Большая советская энциклопедия.