Эстәлеккә күсергә

Мороз Галина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мороз Галина Ивановна
Тыуған көнө 8 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Түрешле, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Ырымбур дәүләт медицина академияһы[d]

Мороз Галина Ивановна (8 апрель 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Мороз Галина Ивановна 1949 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түрешле ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1976 йылда Ырымбур медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда шәфҡәт туташы булып башлай. 1976 йылда медицина институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡ балалар кардио санаторийында табиб-ординатор, баш табиб булып эшләй. 1990—1992 йылдарҙа Стәрлетамаҡ үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары.[1]

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 137-се Хоҙайберҙин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Ғаиләһендә ике бала үҫтергәндәр.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104