Муйындағы Анна (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Муйындағы Анна
Фильм постеры
Жанр

драма

Режиссёры

Исидор Маркович Анненский

Төп
ролдәрҙә

Алла Дмитриевна Ларионова
Александр Николаевич Вертинский
Михаил Иванович Жаров

Композитор

Лев Александрович Шварц

Кинокомпания

Киностудия им. М. Горького

Оҙонлоғо

82 мин.

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Йыл

1954

IMDb

ID 0046715

"Муйындағы Анна" — совет нәфис фильмы, 1954 йылда Исидор Анненский тарафынан А. П. Чехов хикәйәһе буйынса төшөрөлгән. Кинопрокат лидеры (31,9 млн. тамашасы ҡараған).

Италияла 1957 йылда Халыҡ-ара кинофестивалдә «Алтын зәйтүн ботағы» призына лайыҡ булған. [1]

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сиркәүҙә никахлашҡандан һуң хатта еңел аш та булманы»… был картинаның сценарийы нигеҙенә һалынған А. П. Чехов хикәйәһендә 18 йәшлек Аннаның, ҡот осҡос ярлылыҡ кисергән ғаиләһенә ярҙам итеү маҡсатында, 52 йәшлек Модест Алексеевич тигән чиновникка кейәүгә сығыуы тураһында һүҙ бара. Әсәһе үлгәндән һуң, Аннаның гимназияла матур яҙыу һәм рәсемдән уҡытҡан атаһы, Пётр Леонтьич ҡаты эсеүгә һабыша; Аннаның ике бәләкәй ҡустылары Петя һәм Андрюшаның хатта аяҡтарына кейерлек итектәре лә булмай. «Уларҙың хәлен яҡшы белгән ҡатындар Аня өсөн яҡшы кейәү һайлай башлай. Тиҙҙән улар йәш тә-ҡарт та түгел, ләкин бай Модест Алексеичты табалар»

"Косоротов икенсе дәрәжә Изге Анна орденын алғас, ул түрәһенә рәхмәт әйтергә килә. Түрәһе: «Тимәк, хәҙер Һеҙҙең өс Аннағыҙ бар: береһе - петлицала, икәүһе - муйынығыҙҙа»,- ти.

Аня бай кешегә кейәүгә сыҡһа ла, уның бер тин дә аҡсаһы булмай, « бөгөн уны атаһы менән ҡустылары оҙатырға сыҡҡанда Аны уларҙың күҙ ҡараштарынан уларҙың да бер тине лә булмағанын аңлай». Ул ире менән ҡаҙна йортонда йәшәй. Аня көнө буйы роялдә уйнай йә булмаһа һағыштан илай, модалы романдар уҡый. Модест Алексеич аш өҫтәле артында сәйәсәт тураһында, кемдәргә ниндәй бүләктәр бирелгәне һәм ғаилә тормошо уның өсөн рәхәтлек түгел, ә бурыс икәнлеге тураһында һөйләй. Йәмғиәттә Модест Алексеич Аняға ҙур дәрәжәле кешеләр алдында түбәнселек менән баш эйергә ҡуша. Аня иренән берәй нимә һатып алырға һораһа, ире гелән һаранлығын күрһәтә. Аняның атаһы Пётр Леонтьич байрам көндәрендә иҫке генә фисгармонияла уйнай һәм элеккесә араҡы эсә. «Петя менән Андрюша, аталары ҡулындағы графинды тартып алалар һәм: „Атай, кәрәкмәй, эсмә, етәр…“- тиҙәр»

Аня кейәүгә сыҡҡас, уларҙың аҡсаһы бөтөнләй булмай. Бер тапҡыр ғына Пётр Леонтьич Аняның иренән 50 һум һорап тора. Модест Алексеич аҡсаһын бирә, тик Аняның атаһын: «Һәр кеше үҙ бурысын үтәргә тейеш!»- тип Петя һәм Андрюша алдында битәрләй. Модест Алексеевич Аняға ла аҡса бирмәй, ә ҡара көндә тоторға бәлки тура килер тип, төрлө ҡыйбат биҙәүестәр генә алып бирә. Ул йыш ҡына үҙе бүләк иткән биҙәүестәрҙең өйҙәлеген тикшереп тора.

Раштыуа байрамы алдынан Модест Алексеич Аняны йыл һайын үткәрелә торған балға әйерләй башлай, уға күлдәк алырға тип хатта 100 һум аҡса ла бирә. Бына бал да килеп етә. Аняның һылыулығына һоҡланмаған бер генә ир ҙә ҡалмай. Уның матурлығын күргән иң юғары түрә Аняны мәрхәмәтлек баҙары үткәрергә ала. Аняның ҡулындағы тауарҙарҙы ирҙәр тартышып һатып алып бөтә. «Аня янына бай Артынов килә. Анянан күҙҙәрен алмайынса, ул бер бокал шампан эсә һәм Аняға йөҙ һум түләй, аҙаҡ сәй эсә һәм тағы ла йөҙ һум бирә». Аня «үҙенең ошо матур, шау-шыулы, бейеү һәм йырлы, уға табынған ирҙәр менән тулы кисәле тормош өсөн тыуғанын аңлай». Үҙенең ярлы атаһы өсөн ул кешеләр алдында ояла башлай.

Аняның балдағы ттриумфынан һуң уның янына визит менән башта Артынов, артабан — иң юғары дәрәжәләге түрә килә. Шул көндө Модест Алексеич өйөнә ҡайтып, Аняға ялсылар нисек ҡараһа, шундай йөҙ менән баҫып торғанын күргән Аня уға, был ҡылығы өсөн үҙенә бер ни ҙә булмаясағын аңлап: « Кит бынан, аңғыра!»- тип кенә ебәрә.

Ошо көндән башлап Аняның бер генә көнө лә буш үтмәй: ул йә ҡырҙа ял итә, йә спектаклдә була. Өйөнә ул тик таң алдынан ғына ҡайта башлай. Аҡса кәрәк булғанда ул иренә бары : «Ошо хатты тапшырған кешегә 200 һум бир»- тип кенә яҙа. Пасха байрамына Модест Алексеич икенсе дәрәжә Изге Анна орденын ала. Тегке юғары дәрәжәләге түрә уға: «Тимәк, хәҙер Һеҙҙә өс Анна бар: береһе- петлицала, ә икәүһе- муйынығыҙҙа»-тип әйтә. Модест Алексеич уға: «Хәҙер донъяға бәләкәй Владимирҙың килгәнен генә көтөргә ҡала. Һеҙҙән Владимирҙы ҡабул итеүегеҙҙе һорайым»,- ти. Ул IV дәрәжә Владимир орденына кинәйәләп әйтә һәм үҙенең был каламбуры тураһында нисегерәк итеп башҡаларға һөйләйәсәген күҙ алдына килтерә.

Ә Аня өс ат егелгән еңел арбаларҙа елдерә, Артынов менән һунарға бара һәм атаһы өйөнә бик һирәк кенә бара. Пётр Леонтьич тағы ла нығыраҡ эсә, фисгармонияны ла һатып ебәрә. Артынов менән атта елдергән Аняны күргән саҡта ул Аняға ниҙер әйтергә теләп, башындағы эшләпәһен һала, тик, "Петя менән Андрюша ғына уны икеһе ике яҡтан ҡултыҡлап: «Атай, кәрәкмәй, өндәшмә…Етер, атай…»-тип ялбара…

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Ларионова.jpg
Алла Ларионова в роли Анны.
  • Алла Ларионова — Анна Соболева
  • Александр Сашин-Никольский — Пётр Леонтьевич Соболев, отец Анны
  • Владимир Владиславский — Модест Алексеевич
  • Михаил Жаров — Артынов
  • Александр Вертинский — князь
  • Наталия Белёвцева — княгиня
  • Ирина Мурзаева — Мавра Григорьевна
  • Владимир Шишкин — Дездемонов
  • Геннадий Заичкин — Щёголев
  • Галина Фролова — дама в киоске
  • Алексей Грибов — Иван Иванович
  • Александр Румнев — распорядитель на балу
  • Татьяна Панкова — Аграфена Семёновна, портниха
  • Георгий Гумилевский — буфетчик в театре
  • Михаил Шишков — цыган
  • Владимир Сошальский — офицер с дамой в театре (нет в титрах)
  • Вера Алтайская — дама в карете (нет в титрах)
  • Клавдия Хабарова — дама в карете (нет в титрах)
  • Муза Крепкогорская — прихожанка и девушка на балу (нет в титрах)
  • Георгий Светлани — чиновник (нет в титрах)
  • Ян Янакиев — гусар (нет в титрах)
  • Александр Жуков — лакей (нет в титрах)
  • Екатерина Мазурова — женщина в церкви (нет в титрах)
  • Елена Вольская — дама (нет в титрах)
  • Манефа Соболевская — дама (нет в титрах)
  • Пётр Репнин — гость на балу у князя (нет в титрах)
  • Александра Денисова — дама
  • Клавдия Козлёнкова — молодая дама в карете Артынова (нет в титрах)
  • Валентина Ушакова — молодая дама (нет в титрах)
  • Лев Потёмкин — господин на балу
  • Валентина Беляева — эпизод (нет в титрах)
  • Константин Барташевич — господин на балу (нет в титрах)

Съёмочная группа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Автор сценария и режиссёр: Исидор Анненский
  • Оператор: Георгий Рейсгоф
  • Художник: Александр Дихтяр
  • Композитор: Лев Шварц
  • Звукорежиссёр: Дмитрий Флянгольц
  • Монтаж: Р. О. Шор
  • Спецэффекты:
    • А. Крылов
    • В. Осминкина
  • Директор: Владимир Роговой

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Анна на шее» «Энциклопедия отечественного кино» сайтында  (рус.)

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова Ҡалып:Фильмы Исидора Анненского