Мурманск арктик дәүләт университеты
Мурманск арктик дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мурманский государственный педагогический университет - МГПУ, Мурманский государственный гуманитарный университет, Мурманский арктический государственный университет, Мурманский учительский институт һәм Мурманский государственный педагогический институт |
Дәүләт | Рәсәй[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Мурманск |
Уҡыусылар һаны | 4000[3] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4] |
Рәсми сайт | masu.edu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Мурманского арктического университета[d] |
Мурманск арктик дәүләт университеты (МАГ) — Мурманск өлкәһенең иң ҙур юғары уҡыу йорто. 1939 йылда нигеҙ һалына. 2017 йылдың апрелендә төбәк терәк университеттарының береһенә әүерелә[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мурманск арктик дәүләт университеты 1939 йылда Уҡытыусылар институты булараҡ ойошторола[6]. 1956 йылда педагогия институты итеп үҙгәртелә, ә 2002 йылда университетҡа әйләндерелә. Мурманск дәүләт педагогия университеты 2010 йылда Мурманск дәүләт гуманитар университеты (МГГУ) итеп үҙгәртелә. 2015 йылда МГГУ Мурманск арктик дәүләт университеты (МАГУ) булып китә[7]. 2017 йылдан МАГУ яңы статус ала — Мурманск өлкәһенең терәк юғары уҡыу йорто.
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет составына өлкәләге ике филиал, колледж, ике факультет һәм өс институт инә. Уларҙа 6 меңдән ашыу студент белем ала. Юғары уҡыу йорто төрлө өлкә белгестәрен әҙерләүҙе тормошҡа ашыра: физика-математика белеме, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр, социаль фәндәр, мәғариф һәм педагогика, сәнғәт һәм мәҙәниәт, иҡтисад һәм идара итеү, хеҙмәтләндереү өлкәһе[8].
- Факультеттары һәм институттары
Ижади индустрия һәм эшҡыуарлыҡ институты;
Тәбиғәтте өйрәнеү, физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге факультеты;
Математика, иҡтисад һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты;
Социаль-гуманитар институт;
Психология-педагогика институты;
Дауалау эше.
- Корпустары
- Егоров урамы, 15 — төп корпус, унда ректорҙың ҡабул итергә бүлмәһе, социаль-гуманитар институт директораты һәм уның өс кафедраһы урынлашҡан.
- Егоров урамы, 16 адресы буйынса психология-педагогика институты, студенттар офисы, шулай уҡ Ижади индустрия һәм эшҡыуарлыҡ институты урынлашҡан.
- Ленин урамы, 57 адресы буйынса математика, иҡтисад һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты урынлашҡан.
- Коммуна урамы, 9 адресы буйынса урынлашҡан корпуста тәбиғәтте өйрәнеү, физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге факультеты, шулай уҡ социаль-гуманитар институттың ике кафедраһы урын алған.
- Филиалдары
- Апатиттарҙа Мурманск арктик дәүләт университетының филиалы (Петербург дәүләт университеты базаһында асыла)
- Кировск ҡалаһындағы филиалы (Хабинск техник колледжы базаһында асыла)
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борухович Владимир Григорьевич
- Бубенец Виталий Николаевич
Билдәле студенттары һәм тамамлаусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бон (Бондарев) Александр Сергеевич — йырсы.
- Гоман Алексей Владимирович — йырсы.
- Иващенко Инга Валентиновна — ҡурсаҡтар буйынса рәссам.
- Круглов Лариса Николаевна — еңел атлет.
- Лазарев Иван владимирович — санала уҙышыусы.
- Новиков Павел Владимирович — театр һәм кино актеры.
- Рожков Сергей Леонидович — биатлонсы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ https://www.masu.edu.ru/en/about/masu/
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ * Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
- Макеева А. Вызов для вузов // Коммерсантъ, 17.04.2017
- По итогам второго конкурсного отбора программы создания опорных университетов 22 вуза станут опорными 2017 йыл 27 апрель архивланған. // Минобрнауки России, 18.04.2017 года.
- ↑ История университета - МАГУ . www.masu.edu.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2017.
- ↑ Мурманский арктический государственный университет - МАГУ . www.masu.edu.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2017.
- ↑ Об университете - МАГУ . www.masu.edu.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт МАГУ 2020 йыл 9 декабрь архивланған.