Мусин Хәбир Хәләф улы
Мусин Хәбир Хәләф улы | |
Тыуған көнө | 26 апрель 1950 (73 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Күл-Ҡуңҡаҫ, Ҡаран ауыл советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Мусин Хәбир Хәләф улы (рус. Мусин Хабир Халяфович) (26 апрель 1950 йыл) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан Миәкә районы халыҡ депутаттары советының рәйесе — Миәкә районы администацияһы башлағы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мусин Хәбир Хәләф улы 1950 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1973 йылда институтты тамамлағасМиәкә районы «Ленин юлы» колхозында баш агроном булып башлай. 1976 йылда ВСКСМ-дың Миәкә районы комитетына секретарь итеп һайлана. 1980—1982 йылдарҙа Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый. Парияның Миәкә ракомында ауыл хужалығы б-леген етәкләй. 1984—1985 йылдарҙа Миәкә район советында беренсе секретарь була. 1988—1991 йыоларҙа КПСС-тың Миәкә райомында беренсе секретарь. 1991 йылдан Миәкә районы халыҡ депутаттары советының рәйесе — Миәкә районы администацияһы башлығы.[1]
Миәкә районы, 242-се Биҡҡол һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- Мусин Хабир Халяфович — биография. Випперсон
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 26 апрелдә тыуғандар
- 1950 йылда тыуғандар
- Миәкә районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре
- КПСС-тың район комитетының беренсе секретарҙары
- ВЛКСМ-дың Башҡортостан район комитеттарының беренсе секретарҙары
- Миәкә районы башлаҡтары