Мцхета төрбәһе
Мцхета төрбәһе — Мцхетаның һуңғы антиклыҡ дәүерендәге архитектура һәм археология ҡомартҡыһы. Мцхета тимер юл вокзалынан алыҫ түгел, Картлиҙан төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. 1951 йылда табылған.
Мцхета төрбәһе тура мөйөшлө формала, ярым түңәрәк көмбәҙе һәм ике яҡлы түбәлеге эзбизташ иретмәһе менән нығытылған эре черепицалар менән ябылған. Мцхета төрбәһенең антик дәүерҙәге Көнсығыш Урта диңгеҙ һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы монументаль ҡурған төрбәләре менән берләштергән оҡшаш һыҙаттары бар.
Әммә артабанғы дәүерҙәге грузин архитектураһы өсөн хас булған бер рәт һыҙаттары баҙыҡ, саркофагтың ағас һәм металл деталдәре, ҡасандыр бай йыһаз ҡалдыҡтары: таштар менән алтын ҡаптырма, унлаған алтын мунсаҡ, төймәләр, төрлө төҫтәге быяла һауыттар, күп һанлы көмөш, алтын тәңкәләр табылған. Төрбә б.э. 1 быуат аҙағына йәки 2 быуат башына ҡарауы ихтимал, сөнки быға тиклем Мцхетала ҡаҙылған бай кәшәнәләр 2-3 быуаттарға ҡарай.
Мцхета кәшәнәһенә 2014 йылда Грузия хөкүмәте ҡарары менән милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелә[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- მცხეთის აკლდამა;
- უნდა ნახოთ/ მცხეთის რაიონი – მცხეთა - მთიანეთის მხარის სამთავრობო საიტი(недоступная ссылка);
- მცხეთა - მთიანეთის მხარე, ღირსშესანიშნაობები – ქართული დიასპორა 2011 йыл 27 сентябрь архивланған..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს მთავრობის დადგენილება №295, 2014 წლის 14 აპრილი, ქ. თბილისი, კულტურული მემკვიდრეობის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისა და არამატერიალური კულტურული მემკვიდრეობის ძეგლისათვის „დედაენა - ქართული საანბანე სახელმძღვანელოს შედგენის იაკობ გოგებაშვილისეული მეთოდი“ ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის განსაზღვრის შესახებ