Мядининкай замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мядининкай замогы
Рәсем
Дәүләт  Литва
Административ-территориаль берәмек Мядининкай[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1385
Карта
 Мядининкай замогы Викимилектә

Мядининкай замогы Мядининкай тораҡ пунктында (Вильнюс районы, Литва) урынлашҡан. Литвала майҙаны буйынса иң ҙур булған «кастель» тибындағы замок.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Замок XIV быуатта төҙөлә. Яҙма сығанаҡтарҙа 1385 йылдан телгә алына. Замок 2 гектар майҙанды биләй һәм тигеҙ булмаған дүртмөйөштө барлыҡҡа килтерә. Төньяҡ стенаһының оҙонлоғо — 128,7 м, көнсығыш — 161,2 м, көньяҡ — 127,7 м, көнбайыш стенаһының оҙонлоғо — 147,9 м. Замок тигеҙ урында төҙөлгән, төньяҡ стенаһы янынан — һаҙлыҡ. Стеналарҙың бейеклеге — 14-15 метр, нигеҙгә яҡын өлөшөнөң ҡалынлығы — 1,8—1,9 м, өҫкө өлөшө — 1,6 м. Төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә төп биш ҡатлы башня төҙөлгән. Көньяҡ башня тышҡы яҡтан тағы бер диуар менән ҡушыла. Башта дүрт ҡапҡа була (һәр стенала бер ҡапҡа).

Сигизмунд Герберштейн мәғлүмәттәренә ярашлы, 1517 йылда Медининкай замогы, күршеләге Крев замогы кеүек үк, ташландыҡ хәлгә төшкән була. Һуңынан унда дәүләт имениеһы бинаһы урынлаша.

Бөгөнгө замок[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылдан замок Тракай тарихи музейына ҡарай. 2012 йылдың сентябрь аҙағында реконструкциянын һуң асыла, бында президент Альгирдас Бразаускастың һунар трофейҙары коллекцияһы һәм замок тарихына арналған экспозиция урынлашҡан.

Сәнғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ю. Юргинис Мядининкай замок («Medininkų pilis»). — Вильнюс, 1984.