Мясников районының тарихи-этнография музейы
Мясников районының тарихи-этнография музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1992 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Чалтырь[d] |
Мясников районының тарихи-этнография музейы Викимилектә |
Мясников райоынының тарихи-этнография музейы — Ростов өлкәһе Мясников районының Салтыр ауылындағы музей.
Тарихы һәм тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов өлкәһе Мясников районы Салтыр ауылындағы тарихи-этнография музейы 1992 йылдың 24 апрелендә, Ғосман империяһының әрмәндәр геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә асыла.
Музейҙа әрмәндәрҙең Ҡырым ярымутрауынан Дон еренә күсеп ултырыуына арналған даими экспозиция булдырылған. Музей экспозицияһында XVIII быуат аҙағы — XX быуат башындағы биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, эш ҡоралдарын, боронғо өй кәрәк-яраҡтарын үҙ эсенә алған тарих һәм этнография буйынса материалдар бар. Шулай уҡ бында әрмәндәрҙең Ҡырымдан күсенеү ваҡытында алып килгән көнкүреш әйберҙәре менән танышырға мөмкин. Музейҙың асыҡ майҙансығында ихата мейесе ҡуйылған.
Музейҙа тарихи фотоһүрәттәр күп, бында тарихи документтар һәм ҡиммәтле ҡулъяҙмалар һаҡлана. Музейҙа шулай уҡ урындағы рәссамдарҙың картиналары урынлашҡан. Музей залдарында ваҡытлыса тематик күргәҙмәләр үткәрелә: Мясниковский районының немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө, 1915 йылда әрмәндәр геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө килә, Еңеү көнө һ.б.
Музей халыҡ һәм фольклор традицияларын ҡулланыуға иғтибар бүлә. Бында мәктәп уҡыусылары өсөн фольклор байрамдары, конкурстар һәм уйындар уҙғарыла.
Музей хеҙмәткәрҙәре әрмән мәҙәниәтенә һәм тарихына арналған лекциялар уҡый.
2011 йылда музейға Әрмән Республикаһының премьер-министры Тигран Саркисян килә. Рус-әрмән дуҫлығының яңы күргәҙмәһе өсөн музейға тарих-этнография музейының әйберҙәре тапшырыла : милли кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, ауыл хужалығы эш ҡоралдары
Әлеге ваҡытта Тарихи-этнография музейында Р. Патканян исемендәге әҙәби студия һәм «Цахкепунч» фольклор төркөмө эшләй. Әҙәби студияны шағир-тыуған яҡты өйрәнеүсе Хевонд Кристостурян ойоштора.