Мәмерйә сиркәүҙәре (Иваново)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәмерйә сиркәүҙәре
Рәсем
Дәүләт Flag of Bulgaria.svg Болгария
Административ-территориаль берәмек Русенская область[d]
Урынлашыу Иваново[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙаны 171,9 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d][1] һәм (iii)[d][1]
Commons-logo.svg Мәмерйә сиркәүҙәре (Иваново) Викимилектә

Ивановола мәмерйә сиркәүҙәре (болг. Ивановски скални църкви, Ивановски манастир) — ҡаяларҙа уйып эшләнгән сиркәүҙәр, хөжрәләр комплексы. Русе ҡалаһынан (Болгария) 21 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Иваново ауылы менән йәнәш, Русенский Лом йылғаһының каньонынан 32 метр бейеклектә ята. 1979 йылда комплекс ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комплекста монахтар XIII быуатта күсеп ултыра башлай. Монастырҙың иң үҫешкән ваҡытында унда 40-ҡа яҡын сиркәү һәм яҡынса 300 һөжрә иҫәпләнә. XVII быуаттан һуң монастырҙа кеше йәшәмәй һәм ҡоролмаларының күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә.

Мәмерйә сиркәүҙәренән иң һаҡланғандары:

  • Господев Дол сиркәүе— фреска һынлы сәнғәте менән биҙәлгән, йәнәш урынлашҡан монах бүлмәләрендә яҙыуҙар табылған, унда болгар батшаһы Иван Тертер ғүиеренең ҡалған өлөшөн ошо монастырҙа үткәргән һәм ошонда ерләнгән тип яҙылған;
  • Йәшерен сиркәү — батша Иван Ассен II төҙөгән, ҡулдарына ғибәҙәтхананы тотоп торған уның һүрәте бер фрескны биҙәй;
  • «Сиркәү» — батша Иван Александр нигеҙ һала (XIV быуаттың икенсе яртыһында), стеналар библия сюжетына фрескалар менән биҙәлгән, улар боҙолған Ренессанс стилендә башҡарылған;
  • Эске сиркәү.

Фрескалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комплекстың биш сиркәүендә XIIIXIV быуат фрескалары һаҡланған, улар урта быуат болгар стенаға рәсем төшөрөү сәнғәтенең уникаль өлгөһө булып тора. Фрескаларҙа антик йоғонто һиҙелерлек — әүәләү биҙәктәре, колонналарҙың, кариатидаларҙың шәрәм һүрәттәре бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 http://whc.unesco.org/en/list/45