Мәскәүҙәге Торба майҙанында (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәскәүҙәге Торба майҙанында
Нигеҙләү датаһы 1883
Атамаһы В Москве на Трубной площади
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә The Bird Market[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1883
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Мәскәүҙәге Торба майҙанында  — хикәйә. Антон Павлович Чехов 1883 йылда яҙған. Хикәйә тәүге тапҡыр «Будильник» журналының 43-сө һанында 1883 йылда "Калейдоскоп «Будильник» бүлегендә: «Мәскәүҙәге Торбала» аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Мәскәүҙәге Торба майҙанында» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған. Хикәйә тәүге тапҡыр «Будильник» журналының 43-сө һанында 1883 йылда «Калейдоскоп „Будильника“» бүлегендә : «Мәскәүҙәге Торбала» аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһында ла баҫыла.

Хикәйәгә Чеховтың ҡаланың Драчевкалағы (хәҙер Торба урамы), хикәйәлә һүрәтләнгән, үҙҙәренән алыҫ булмаған баҙар янында торған саҡтағы тәьҫораттары ингән. Чехов: «Хикәйә бары тик Мәскәү тураһында. Байтаҡтан бирле еңел әйбер яҙа алмағанлыҡтан ғына уны яҙҙым», — тип иҫләй.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Одесский листок» баҫмаһында рецензия яҙыусы Ив. П. Чеховтың очерк тибындағы хикәйәләре тураһында былай тип яҙа: «Тормош үҙе — сюжетһыҙ төрлө анекдотлы хәлдәр, картиналар очерктарын берләштереүсе — (мәҫәлән, „Мәскәүҙәге Торба майҙанында“) претензияһыҙ, әммә авторҙың шул тиклем иҫ киткес тәрән мәғәнәгә эйә күҙәтеүсәнлеген һәм талантын сағылдырыусы билдә»[1].

В. А. Гольцев «Дети и природа в рассказах А. П. Чехова» мәҡәләһендә Чехов тарафынан хикәйәлә Торба майҙанындағы баҙарҙың шул тиклем тере, сағыу һәм күңелдәргә үтеп инерлек һүрәтләнеше бирелеүҙе күрә[2].

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лубяной торг на Трубе. Рис. Аполлинария Васнецова

Хикәйәлә Мәскәүҙең Рождественский монастыры янындағы Торба майҙаны һүрәтләнә. Ял көндәрендә бында баҙар була. Унда һәр төрлө ризыҡ: ҡыҫала, балыҡ, тере ҡоштар, кейем-һалым — һаталар.

А. Чехов ҙур оҫталыҡ менән һатыу барышын, һатыусыларҙы һүрәтләй. Ҡайһы бер һатыусылар тауарҙарына ысын хаҡ ҡуя белмәй, ә кешеһенә ҡарап, кемгә бер үк тауарҙы бер нисә тингә, кемгә — һумға һатып тора.

Иң ҡыҙыҡлыһы — баҙарҙың балыҡ һатыу бүлегендә. Унда унлаған ир кеше рәт булып, теҙелешеп ултыра. Уларҙың йәшкелт һыулы күнәктәре эсендә төрлө балыҡтар менән бергә баҡалар, ҡусҡарҙар, тритондар йөҙөшә. Йылға ҡуңғыҙҙары улар өҫтөндә һикерешә.

Ғөмүмән алғанда, Торба майҙаны Мәскәүҙең хайуандарҙы яратыусы һәм шунлыҡтан яфалаусы бер өлөшө булып тора. Майҙан үҙенең бәләкәй генә тормошо менән йәшәй. Бульвар аша үтеп барған эш кешеләре, хоҙайға табынырға сиркәүгә китеп барыусылар был майҙандағы кешеләрҙең нимәгә йыйылышыуын һәм ни эшләүҙәрен, нимә тураһында һүҙ алып барыуҙарын, нимә һатыуҙарын аңлай алмай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. В Москве на Трубной площади // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • F Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 189, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • À Moscou, sur la place Troubnaïa, traduit par Madeleine Durand, André Radiguet, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ив. П. Сама жизнь. — «Одесский листок», 1900, № 256, 4 октября
  2. Дети и природа в рассказах Чехова. — «Детское чтение», 1904, № 2, стр. 249