Мәҙәниәт һәм ял паркында мемориаль комплекс (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәҙәниәт һәм ял паркында мемориаль комплекс
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шахты[d]

Мәҙәниәт һәм ял паркында мемориаль комплексРостов өлкәһе Шахты ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркындағы мемориаль комплекс

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркындағы мемориаль комплекс Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаланы азат итеүҙә һәләк булған яугирҙәрҙең туғандар ҡәберлегендә төҙөлгән.

1942 йылдың 22 июленән 1943 йылдың 12 февраленә тиклем Шахта ҡалаһын немец-фашист армияһы оккупациялай. 1943 йылдың февралендә совет ғәскәрҙәре ҡаланы фашист оккупацияһынан азат итә. Ҡаланы азат итеүҙә 1942 йылдың 9 декабрендә ойошторолған 5-се удар армияһы (командиры — генерал-полковник В.Д. Цветаев (1942 йылдың декабре — 1944 йылдың майы): 40-сы гвардия, 315-се һәм 258-се уҡсылар дивизияһы берләшмәләре ҡатнаша. Ҡаланы азат итеүҙә Совет Армияһының күп яугирҙары һәләк була. Барыһы ла хәрби хөрмәт менән туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Иң ҙур ҡәберлек булып ҡала мәҙәниәт һәм ял паркындағы туғандар ҡәберлеге тора.Унда 1943 йылдың февраленды һәләк булған Шахты ҡалаһының 172 һаҡсыһы ерләнгән. Яугирҙар исеме мемориаль плитала уйып яҙылған.

1955 йылда туғандар ҡәберендә һәйкәл ҡуйыла. 1969 йылда Шахты рәссамдары В.Д. Дикой һәм В.И. Конос проекты буйынса мемориаль комплекс реконструкциялана. Мемориал янында территория төҙөкләндерелгән, төҫлө плиткалар менән түшәлгән.

Мәңгелек ут ҡаршыһында гранит киҫәге ҡуйылған, унда һалдат һүрәте уйып эшләнгән. Һалдат уң ҡулында автомат тотҡан, был уның Ватанды һаҡларға әҙерлеген сағылдыра.

Һәйкәл янында хәтер стенаһы ҡуйылған, унда «Тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙарға мәңгелек дан» тигән һүҙҙәр яҙылған. Комплекс үҙәгендә мәңгелек ут ҡуйылған. Еңеүҙең май көндәрендә комплекс янында парадтар һәм митингылар үтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ершова Н. Здесь память о воинах будет вечной: [мемориальный комплекс в городском парке] // Шахтинские известия. — 2007. — № 27 (10 февр.). — С. 2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]