Мөллә (йылға, Иҫәт күленә ҡоя)
Мөллә | |
Ҡайҙа ҡоя | Иҫәт күле |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Оби[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе |
Мөллә (рус. Мулянка) — йылға, Рәсәй Федерацияһының Свердловск өлкәһендә Среднеуральск ҡалаһының көньяҡ ситенән аға, Среднеуральск ҡала округы һыҙатына инә. Йылға Иҫәт күленең көньяҡ-көнбайыш яғынан үтә.
Ул 262 метр самаһы бейеклектә ятҡан Мөллә һаҙлығында башлана.[1]. 251,6 метр бейеклектә күлгә килеп ҡушыла, ҡойған урынында 10,4 метр бейеклектәге шарлауыҡ хасил була[2].
Йылғаның киңлеге әллә ни ҙур түгел. Йәйге осорҙа резина кәмәлә үтеү ҡыйын. Мөллә йылғаһы тамағында балыҡ тотоу өсөн эшләнгән яһалма быуа ята, бында балыҡ (карп, суртан, алабуға, һөмбаш һәм буффало) тотоу буйынса түләүле хеҙмәттәр күрһәтелә.
Мөллә йылғаһы аша автомобиль һәм тимер юл күперҙәре һалынған, түбәндәрәк йәйәүлеләр өсөн дә күпер бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға исеме борон ошо төбәктә төпләнеп йәшәгән башҡорттарҙың теленән алынған. Яҙғы ташҡын һыуҙары мәлендә ҡышын әҙерләнгән ағасты ошо йылға буйлап ағыҙыр булғандар. Һалға бәйләнмәйенсә ағыҙылған ҡыуғын ағасы Мөл, мөллә тип аталған.[3]. Миҫал:
Мөл — рус.моль И: (timber) floating; Т.:yudurulecek tomruklar). Һалға бәйләмәй, таралған килеш ағыҙылған ағас, ҡыуғын. рус. Моль, сплав./Сплавной, молевой, сгонный. Мөл ағыҙыу йәки Ағасты мөлләп ағыҙыу.[4]
Рәсәй реестрының дәүләт каталогындағы һаны — 0095565[5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. Өфө 2014. Тиражы 10000. 943 б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карта бите O-41-110-A-a.
- ↑ Лист карты O-41-109 Дегтярск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1986 г.
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Китап. Өфө. 2014. 371-се бит
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. Өфө 2014. 371,373 бб.
- ↑ ГКГН по Свердловской области. 20.12.2017 2014 йыл 26 декабрь архивланған.