Эстәлеккә күсергә

Мөхтәров һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхтәров һарайы
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Нигеҙләүсе Мухтаров, Муртуза Мухтар оглы[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Хужаһы Әзербайжан
Архитектор Плошко, Иосиф Касперович[d]
Архитектура стиле неоготика[d] һәм готическая архитектура Франции[d]
Ҡат һаны 5
Карта
 Мөхтәров һарайы Викимилектә

Мөхтәров һарайы (әзерб. Muxtarovun evi) — Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында Истиглалият (рус. Независимость) урамының үҙәк өлөшөндәге бина.

Һарай 19111912 йылдарҙа нефть сәнәғәтсеһе, миллионер-меценат Мортуза Мөхтәров (Муртуза Мухтаров) аҡсаһына Иосиф Плошко проекты буйынса төҙөлә. Мухтаровҡа ҡатын менән Европа буйлап турнела йөрөгәндә Венеция архитектураһы бик оҡшап ҡала. Сәйәхәттән һуң ул Баҡыла Венеция стилендәге һарай һалдырырға ҡарар итә. Һарай шулай уҡ француз готикаһы рухында "Исмаилийе"ны проектлаған архитектор И. К. Плошко тарафынан уйланыла һәм тормошҡа ашырыла. Совет власының тәүге йылдарында һарайҙа азат ителгән төрөк ҡатыны клубы, һуңынан Никах һарайы урынлаша. Бөгөн һарай Баҡыла иң күренекле архитектура ҡоролмаһы булып тора.

Муртуза Мухтаров ҡатыны менән Елизавета Туганова менән
Мухтаров һарайы планы

Мухтаров бер ваҡыт эш буйынса Владикавказда Кавказда билдәле генерал Туганов менән таныша. Генерал уны өйөнә саҡыра. Шунда Мухтаров буласаҡ ҡатыны — генералдың уртансы ҡыҙы Лиза менән таныша. Италия буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡандан һуң, һөйөклө ҡатынына уның Венецияла һоҡланған объекты кеүек үк бина төҙөргә уйлай. Бер йыл эсендә (1911—1912) архитектор Плошко уны төҙөп тә ултырта.

Бинаның матурлығына һәм ғәҙәти булмаған архитектураһына ҡарамаҫтан, бина тарихында ике ҙур бәхетһеҙлек күҙәтелә. Береһе һарайҙың өҫкө өлөшөнә рыцарь скульптураһын урынлаштырғанда — 1914 йылдың 20 ғинуарында күҙәтелә. Һөрлөгөп йығылып 35 йәшендә Касумовтарҙың бер улы — Имран вафат була.

Большевиктар килгәс, Мухтаров йорто тартып алына. Бер көндө һарай ихатаһына атлы ҡыҙыл армеецтар инеп, хужа һәм уның ғаиләһенең ҡулға алыныу тураһында ҡара уҡый. Тауыш ишетеп Муртуза мухтаров балконға сыға һәм саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы күрә. Бындай әрһеҙлек менә килешмәйенсә, ул, нисек итеп ҡиммәтле итальян мәрмәре түшәлгән ихатаға аттарығыҙ менән инергә батырсылыҡ иттегеҙ, тип һорай. Яуап урынына һүгенеү ишетелә. Бындай мөнәсәбәт көтмәгән Муртуза револьверын алып саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы атып үлтерә, һуңғы пуляны үҙенә ҡалдыра.

Революциянан һуңғы йылдарҙа бында «Азат ителгән төрки ҡыҙы» клубы урынлаша, һуңынан, йылдар үткәс, Ширваншаһтар йорт-музейы, ә аҙаҡ Никах һарайы («Сеадет сарай» — «Бәхет һарайы») асыла.