Мөңкәулы Морат
Мөңкәулы Морат | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ҡаҙағстан |
Тыуған көнө | 1843 |
Вафат булған көнө | 1906 |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Морат Мөңкәулы (рус. Мурат Монкеулы, каз. Мұрат Мөңкеұлы; 1843 - 1906) - ҡаҙаҡ аҡынсыһы (сәсән)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат Мөңкәулы 1843 йылда хәҙерге Атырау өлкәһе Ҡыҙылҡуға (ҡаҙ. Қызылқоға) районының Ҡарабау ауылында донъяға килгән.
Ете йәштән етем ҡала, Матай ағаһы ҡулында тәрбиәләнгән. Бала сағында ауыл муллаһында уҡып, ғәрәпсә уҡып-яҙырға өйрәнгән. Әсәт бей менән Абыл аҡындан һабаҡ алып, үҙе йырау Морон Сеңгирбай улына (ҡаҙ. Мұрын Сеңгірбайұлы) остаҙлыҡ иткән. 1860 йылда, 17 генә йәшендә, аҡын Йылҡысы (ҡаҙ. Жылқышы) менән әйтештә үҙенең ижад юлын башлаған, ошонан һуң 20 йәшендә Бала Ораз, 25-ендә Жаскелең, Жантолы, Шолпан, Тыныштыҡ һынлы аҡындар менән әйтешеп, еңеп сыҡҡан. Һәр ваҡыт үҙенең ҡыйыулығы, йөрәклелеге, тапҡырлығы һәм зауыҡлылығы менән алдырған.
Аҡындың төп әҫәре - «Өс төпкөл» (ҡаҙ. «Үш қиян»). Ул бында ил яҙмышы ауыр хәлдә икәнен һүрәтләй. Ул дини легендаларға нигеҙләнеп «Қарасай-Қази», «Шәлгез», «Ғұмар Қазиұлына айтқаны» тигән әҫәрҙәрен ижад итә.
Ҡайһы бер әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән.
1906 йылда хәҙерге Атырау өлкәһе Индер районы Орлик ауылында вафат булған.
Әҫәрҙәре (төп баҫмалар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Мұрат ақынның Ғұмар Қазиұлына айтқаны» (Ҡаҙан, 1908)
- «Ақын» (Ҡаҙан, 1912)
- «Мұрат ақынның сөздері» (Ташкент, 1924)
- «Бес ғасыр жырлайды» (1989)
- «Алқаласа әлеумет» (1991) һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казахстан, Национальная энциклопедия, том 4
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://infoportal.kz/ru/content/murat-monkeuly 2020 йыл 30 ғинуар архивланған.