Эстәлеккә күсергә

Һалым осоро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Налоговый период битенән йүнәлтелде)

Һалым осоро — айырым һалымдарға ҡарата ҡулланыла торған  ваҡыт арауығы, ул тамамланғас, һалым базаһы билдәләнә һәм түләнергә тейешле һалым күләме иҫәпләнә. Һалымдың мотлаҡ элементтарының береһе булып тора. Һалым осоро календарь айҙан, кварталдан, календарь йылдан йә башҡа төрлө ваҡыт киҫәгенән торорға мөмкин. Һалым осоро бер йәки бер нисә хисаплама осоронан тора  ала, был осорҙар тамамланғас, аванс түләүҙәре бирелә. 

Һалым осорон иҫәпләүҙең дөйөм принциптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Һалым осоро һәм уны иҫәпләү тәртибе Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы менән билдәләнә.  

2. Әгәр ойошма календарь йыл башланғас төҙөлһә, ул барлыҡҡа килгәндән алып ошо йылдың аҙағына тиклемге ваҡыт арауығы һалым осоро булып тора. Ойошманың барлыҡҡа килгән көнө тип уның дәүләт теркәүе үткән көнө һанала.  Ойошма  1 декабрҙән 31 декабргә тиклемге ваҡыт арауығында ойошторолһа, уның өсөн ойошторолған көндән алып киләһе календарь йылдың аҙағына тиклемге ваҡыт арауығы һалым осоро булып тора.

3. Әгәр ойошма календарь йыл аҙағына тиклем бөтөрөлһә  (үҙгәртеп ойошторолһа),  уның өсөн шул йылдың башынан алып бөтөрөлөү (үҙгәртеп ойошторолоу) тамамланған көнгә тиклемге ваҡыт арауығы һалым осоро булып тора.   Календарь йыл башланғас ойошторолған ойошма ошо уҡ йыл тамамланғансы бөтөрөлһә (үҙгәртеп ойошторолһа), ойошторолған көнөнән башлап бөтөрөлгән (үҙгәртеп ойошторолған) көнөнә тиклемге ваҡыт арауығы уның өсөн һалым осоро булып тора.  Әгәр ойошма ағымдағы йылдың 1 декабренән 31 декабренә тиклемге осорҙа ойошторолһа һәм киләһе йыл тамамланғансы бөтөрөлһә (үҙгәртеп ойошторолһа), ойошторолған көнөнән башлап бөтөрөлгән (үҙгәртеп ойошторолған) көнөнә тиклемге ваҡыт арауығы уның өсөн һалым осоро булып тора.   Был ҡағиҙәләр составынан бер йәки бер нисә ойошма айырылып сыҡҡан йә составына бер йәки бер нисә ойошма килеп ҡушылған ойошмаларға ҡағылмай.  

4. Үрҙә килтерелгән ҡағиҙәләр һалым осоро календарь ай йәки квартал булған һалымдарға ҡағылмай.