Эстәлеккә күсергә

Һалым базаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

һалым базаһы (һалым һалына торған база) — һалым һалыу объектының ҡиммәт буйынса, физик йә башҡа төрлө тасуирламаһы. Һалымдың мотлаҡ элементтарына инә. 

Һалым базаһын иҫәпләүҙең төп принциптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Һалым базаһы һәм уны аныҡлау тәртибе Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы менән билдәләнә. 

2. Һалым түләүсе ойошмалар һалым базаһын һәр һалым осоро йомғаҡтары буйынса бухгалтер хисабы регистрҙары нигеҙендә һәм (йәки) һалым һалынырға тейешле йә һалым һалыу менән бәйле башҡа объекттар тураһында документтар менән раҫланған башҡа нигеҙҙә иҫәпләй. 

Һалым базаһын иҫәпләгәндә үткән һалым (хисаплама) осорҙарына ҡарарған хаталар (боҙоуҙар) табылһа, ағымдағы һалым (хисаплама) осоронда һалым базаһын һәм һалым суммаһын ҡайтанан иҫәпләү  шул хаталар (боҙоуҙар) яһалған һалым осоро өсөн башҡарыла. 

Хаталар (боҙоуҙар) ебәрелгән осорҙо асыҡлап булмаған осраҡта,  һалым базаһын һәм һалым суммаһын ҡайтанан иҫәпләү шул хаталар (боҙоуҙар) табылған һалым осоро өсөн башҡарыла. 

3. Индивидуаль эшҡыуарҙар, хосуси ғәмәлиәт алып барған нотариустар, адвокат кабинеттары ойошторған адвокаттар һалым базаһын һәр һалым осоро йомғаҡтары буйынса килемдәр һәм сығымдар хисабы мәғлүмәттәре нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы билдәләгән тәртиптә иҫәпләй. 

4. Үрҙә бирелгән ҡағиҙәләр шулай уҡ һалым агенттарына ла ҡағыла. 

5. Башҡа һалым түләүселәр —  физик шәхестәр һалым базаһын ойошмаларҙан һәм (йәки) физик шәхестәрҙән уларға түләнгән килемдәр тураһындағы, һалым һалыу объекттары тураһындағы белешмәләрҙән, шулай уҡ алған килемдәре, һалым түләү объекттары тураһында ирекле формала үҙҙәре биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫәпләй.