Эстәлеккә күсергә

Налтар күлдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Налтар күлдәре
Дәүләт  Пакистан
Административ-территориаль берәмек Гилгит-Балтистан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Naltar Valley[d]
 Налтар күлдәре Викимилектә

Налтар үҙәнендә 3050-3150 метр бейеклектә Налтар күле (урду نلتر) — Башҡорт күлдәре[1] булараҡ билдәле өс күл бар. Өс күлдең береһендә һыу төҫө йәшел (күл эсендә үҫкән үләндәр арҡаһында), икенсеһендә — күк, өсөнсөһөндә зәңгәрһыу төҫтә. Беренсеһе, Башҡорт күле, Үрге Налтарҙан (йәки Налтар Бала) яҡынса 12 километрҙа ята[2]. Үҙән буйлап аҡҡан шишмә ярынан күлдәргә илткән юл — грунтлы. Күлдәр ҡарағай урмандары менән уратып алынған.

Был һыу ятҡылыҡтарын ҡарау өсөн иң яҡшы ваҡыт — майҙан алып октябргә тиклем. Налтар үҙәнендә көслө ҡар яуыу арҡаһында ҡышҡыһын машинала күлгә барып етеү мөмкин булмай тиерлек[3]

  • Пакистан күлдәре исемлеге
  • Даньер
  • Гилгит ҡалаһы
  • Багрот үҙәне


  1. A Trip to Naltar Valley | Three Lakes of Naltar Valley, Dawn (16 August 2018). 14 октябрь 2019 тикшерелгән.
  2. Naltar Valley 2020 йыл 13 август архивланған.
  3. Naltar Lake | The Emerald Azure Lake in Pakistan. skardu.pk (6 июнь 2016). Дата обращения: 3 ноябрь 2019.